Найти в Дзене

Күңеле менән дә, эше менән дә матур

Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгенең “Бал ҡорто” балалар баҡсаһында эшләүсе Әлиә Байғусҡарова һәр көндө эшкә ашҡынып килә. “Бында мин, әйтерһең дә, бала саҡ, сафлыҡ, ихласлыҡ иленә сумам. Мин эшләгән иң кеселәр төркөмөнә 20-нән артыҡ сабый йөрөй, уларҙың һәр береһе - үҙе бер донъя”, - ти ул. Әлиә Ғаяз ҡыҙы ошо райондың Шәрипҡол ауылында тыуып үҫкән. Тәүҙә педагогия колледжын, һуңынан Бөрө педагогия институтын тамамлай. Балалар баҡсаһында эшләүенә – 12 йылдан артыҡ. Тәрбиәсе белемен камиллаштырып, педагогик оҫталығын арттырып торорға тырыша, ә иң мөһиме балаларҙы ярата, шуға ла уны малай-ҡыҙҙар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә үҙ итә. Эйе, тәрбиәсегә ата-әсәләр менән ныҡлы, йылы бәйләнеш булдырыу бик мөһим. Асыҡ йөҙлө һәм алсаҡ Әлиә Ғаяз ҡыҙы улар менән уртаҡ тел табып, бер тулҡында эшләй. Үҙ эшенең оҫтаһы булған белгес балалар баҡсаһында ҡанатланып эшләй, ә өйөндә – бәхетле ҡатын һәм һөйөклө әсә. Тормош иптәше Азат менән ике бала тәрбиәләйҙәр, йорт һалып, гөрләтеп донъя көтәләр. Буш ваҡытында хужабикә

Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгенең “Бал ҡорто” балалар баҡсаһында эшләүсе Әлиә Байғусҡарова һәр көндө эшкә ашҡынып килә. “Бында мин, әйтерһең дә, бала саҡ, сафлыҡ, ихласлыҡ иленә сумам. Мин эшләгән иң кеселәр төркөмөнә 20-нән артыҡ сабый йөрөй, уларҙың һәр береһе - үҙе бер донъя”, - ти ул. Әлиә Ғаяз ҡыҙы ошо райондың Шәрипҡол ауылында тыуып үҫкән. Тәүҙә педагогия колледжын, һуңынан Бөрө педагогия институтын тамамлай. Балалар баҡсаһында эшләүенә – 12 йылдан артыҡ. Тәрбиәсе белемен камиллаштырып, педагогик оҫталығын арттырып торорға тырыша, ә иң мөһиме балаларҙы ярата, шуға ла уны малай-ҡыҙҙар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә үҙ итә. Эйе, тәрбиәсегә ата-әсәләр менән ныҡлы, йылы бәйләнеш булдырыу бик мөһим. Асыҡ йөҙлө һәм алсаҡ Әлиә Ғаяз ҡыҙы улар менән уртаҡ тел табып, бер тулҡында эшләй. Үҙ эшенең оҫтаһы булған белгес балалар баҡсаһында ҡанатланып эшләй, ә өйөндә – бәхетле ҡатын һәм һөйөклө әсә. Тормош иптәше Азат менән ике бала тәрбиәләйҙәр, йорт һалып, гөрләтеп донъя көтәләр. Буш ваҡытында хужабикә яҡындарын тәмлекәстәр менән һыйларға, баҡса үҫтерергә ярата икән. Әлиә Ғаяз ҡыҙына киләсәктә лә эшенән йәм табып йәшәргә, үҙенең яҡты булмышы менән тирә-йүндәгеләрҙе бәхетле итергә яҙһын! Фотолар – Ә.Байғусҡарованың шәхси архивынан