Найти в Дзене

Матур йылмайыу бүләк итә

Стәрлетамаҡ балалар стоматологияһы поликлиникаһының абруйлы теш технигы Артур Ғәләнур улы Булатов Башҡортостандың гүзәл Салауат ҡалаһында тыуа. 10-сы класты Стәрлебашта тамамлай. Математика, физика фәндәре дәресен һәр саҡ көтөп ала. Изге бурысын Хабаровск өлкәһендә үтәй. Күперҙәр яҙмышы һағында уяу тора сержант Артур. Атаһы Ғәләнур Фәиз улы “Салауат”, “Искра” колхоздары рәйесе вазифаһын башҡара. Әсәһе Ғәлиә Кинйәбай ҡыҙы 27 йыл буйына элемтә бүлеген етәкләй. Артурҙың игеҙәге Альбина юрист һөнәрен үҙ күрҙе. Ҡустыһы Арсен да юрист белемле. Әрме сафынан ҡайтҡас, Артур Ғәләнур улы Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә. 2004 йылда БДУ-ла ситтән тороп иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә. Тәүге эш тәжрибәһе туплау осоро - 1994-1996 йылға тиклем “Сода” поликлиникаһында өлкәндәр стоматологы вазифаһында үтә. 1998 йылдан алып ошо уҡ ҡалала әлеге көнгә тиклем балалар стоматологияһында эшләй. Артур Ғәләнур улы эшен һәр саҡ күңел һалып башҡара. Балаларҙың тигеҙ аҡыҡ тештәрен күрһәтеп шат йылмайып йөр

Стәрлетамаҡ балалар стоматологияһы поликлиникаһының абруйлы теш технигы Артур Ғәләнур улы Булатов Башҡортостандың гүзәл Салауат ҡалаһында тыуа. 10-сы класты Стәрлебашта тамамлай. Математика, физика фәндәре дәресен һәр саҡ көтөп ала. Изге бурысын Хабаровск өлкәһендә үтәй. Күперҙәр яҙмышы һағында уяу тора сержант Артур. Атаһы Ғәләнур Фәиз улы “Салауат”, “Искра” колхоздары рәйесе вазифаһын башҡара. Әсәһе Ғәлиә Кинйәбай ҡыҙы 27 йыл буйына элемтә бүлеген етәкләй. Артурҙың игеҙәге Альбина юрист һөнәрен үҙ күрҙе. Ҡустыһы Арсен да юрист белемле. Әрме сафынан ҡайтҡас, Артур Ғәләнур улы Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә. 2004 йылда БДУ-ла ситтән тороп иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә. Тәүге эш тәжрибәһе туплау осоро - 1994-1996 йылға тиклем “Сода” поликлиникаһында өлкәндәр стоматологы вазифаһында үтә. 1998 йылдан алып ошо уҡ ҡалала әлеге көнгә тиклем балалар стоматологияһында эшләй. Артур Ғәләнур улы эшен һәр саҡ күңел һалып башҡара. Балаларҙың тигеҙ аҡыҡ тештәрен күрһәтеп шат йылмайып йөрөүҙәрен күреү – уның өсөн оло ҡыуаныс! Пластиналар эшләү буйынса йылдан-йыл оҫталығын арттыра, ошо өлкәлә ҡаҙаныштар яулай бара. 2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Стоматологтар ассоциацияһы тарафынан уҙғарылған теш техниктарының һөнәри оҫталығы республика конкурсында “Алынмалы ҡатмарлы ортодонт аппарат” номинацияһында чемпион тип баһаланды һәм “Башҡортостан Республикаһының 2012 йылда иң яҡшы теш технигы” дәрәжәһенә ирешә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яулаған ҡаҙаныштары, һаулыҡ һаҡлау системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эше өсөн һәм профессиональ байрамдары - Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы 2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Балалар стоматологияһы поликлиникаһының баш табибы исеменән тапшырылған Маҡтау грамоталары ла - эшһөйәр теш технигының лайыҡлы хеҙмәт күрһәткестәре ул. Белемен камиллаштырыу маҡсатында Мәскәү, Волгоград ҡалаларында курстарҙа уҡып ҡайта. Тормош юлдашы Татьяна Александровна менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Диана менән Арина атай юлынан китеп, Ырымбур дәүләт медицина институтының стоматология бүлеген һайлай. Табип ғүмере буйына спорттан айырылмай. Ирекле көрәш буйынса көс һынашыу оҡшай уға. Бал ҡорттары ҡарау серенә лә төшөнөп өлгөргән - бөгөн атаһынан ҡалған һөнәрҙе дауам итеүсе лә ул. Уның “Мөмкинлегең булғанда башҡаларға ла ярҙам ит”, - тигән ата васыятына тоғролоғо һоҡландыра. Умарталарына арымай-талмай һут ташыған эшсән ҡорттарҙан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин, ти илгәҙәк әңгәмәсем. Коллективында ла хөрмәт ҡаҙанған Артур Ғәләнур улы. Зилә Марс ҡыҙы Камалова, Рәсимә Мөхәрләм ҡыҙы Исхаҡова, Аэлита Илһам ҡыҙы Хәйбуллиналар ҙа уның хаҡта тик ыңғай ҡарашталар. Артур Ғәләнур улы яҡты хыялдар менән йәшәй. Эйе, табанынан ут сәсрәтер уҙамандың атҡарыр ниәттәре күп, улар, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр. Табип династияһы һаулыҡ һағында уяу торғанда, йөҙөбөҙҙән йылмайыу китмәҫ. Автор: Зөһрә Үтәғолова. Стәрлетамаҡ ҡалаһы.