“Баҡалы районының иң ҙур башҡорт ауылы булған Мостафала, тыуған төйәгемдә. йәш быуынды рухлы, илһөйәр итеп үҫтереүгә өлөш индерә алыуым менән бәхетлемен”, – ти урындағы мәктәп ҡарамағындағы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миләүшә Әхмәтғәлиева. Мостафала урта белем алғас, ул тәүҙә Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында уҡый. Бер аҙҙан Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалына инә, уны киләһе йыл тамамлаясаҡ. Һайлаған йүнәлеше – мәктәпкәсә белем биреү. Миләүшә Илфир ҡыҙы ошо ауылда кейәүҙә. Ике ул үҫтерәләр. Тыуған төйәгеңдәге балалар баҡсаһында тәрбиә эше алып барыуҙы, рухлы, илһөйәр йәш быуын үҫтереүгә өлөш индереүҙе икеләтә бәхет тип һанай Миләүшә Илфир ҡыҙы һәм яратҡан һөнәренә бар күңелен һала. Ҡәҙерле дуҫтар! "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә барған "Күңелемдә - ҡояш" конкурсында ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш бирергә саҡырабыҙ. Фотолар М. Әхмәтғәлиеваның шәхси архивынан алынды.