Күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре,биология фәндәре докторы Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков үҙенең күркәм 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Йәлил Һөйөндөков 1960 йылдың 20 сентябрендә Баймаҡ районы Үрге Мәмбәт ауылында тыуа. Башланғыс белемде үҙенең тыуған ауылында алғандан һуң артабан белемен Баймаҡ интернат–мәктәбендә дауам итә. 1978 йылда уны тамамлай һәм Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә. Тырыш егет Максим Горький исемендәге стипендия алып уҡый. 1983 йылда уны уңышлы тамамлап, ошо институтта ассистент булып хеҙмәт юлын башлай, аспирантураға уҡырға инә. 1989 йылда Новосибирск ҡалаһында СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһе Тупраҡ ғилеме һәм агрохимия институтында «Башҡортостандың дала Урал яръяғында ҡәҙимге ҡара тупраҡлы ерҙәрҙең үҙенсәлектәренә һәм һыу режимына һуғарыуҙың йоғонтоһо» тигән темаға агротупраҡ, агрофизика ғилеме специальносы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан ауыл
Күренекле яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре,биология фәндәре докторы Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков үҙенең күркәм
21 сентября 202521 сен 2025
1 мин