Шаран районының Базгийка ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уны “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы астылар. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Бында Базгийка, Яңы Тамъян, Алмаш ауылдары халҡы – 520 кеше – медицина ярҙамын аласаҡ. “Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проекты ауыл биләмәләрендә медицина хеҙмәтләндереүе сифатын күтәрергә булышлыҡ итә. Базгийкала фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу – урында йәшәүселәргә үҙ ваҡытында медицина ярҙамын күрһәтергә, медицина хеҙмәттәренә уңайлы шарттар булдырырға, халыҡ сәләмәтлеген нығытырға булышлыҡ итә. “Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты” милли проекты (национальный проект “Цифровой ФАП”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә урындағы халыҡ һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙалана ала. Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡла