Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һалдаттарҙың батырлығын мәңгеләштереп

Уйлаған ниәттәрен тиҙ арала аҙағына тиклем еткереү һыҙаты хас Көйөргәҙе районының Мораптал ауыл биләмәһендә йәшәүселәргә. Бер һүҙле, бер уйлы булыуҙары арҡаһында быйыл 9 Май байрамына улар Яңы Мораптал ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташ егеттәре иҫтәлегенә мемориал асҡан. Ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Венер Хәмитов был изге ниәттең башлаусыһы булһа, ауыл халҡы уны дәррәү күтәреп ала. –Ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең әсәйҙәре менән һөйләшкәндән һуң был уй барлыҡҡа килде. Мемориал эшләү өсөн аҡса йыйыуҙы 1 апрелдә иғлан итһәк, 22 апрель көндө уны эшләп ултырттыҡ. Барлығы 393 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Кемдең күпме тапшырған барыһы ла айырым бер китапҡа яҙылып, музейға тапшырылды. Ауыл халҡы шул тиклем берҙәм ҡатнашты, хатта күптән ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Кемдер аҡсалата, кемдер ҡул көсө, кемдер техника менән ярҙам итте. Бының өсөн һәммәһенә лә ҙур рәхмәтлемен, – тине Венер Йәғәфәр улы. Махсус хәрби операцияла һәлә

Уйлаған ниәттәрен тиҙ арала аҙағына тиклем еткереү һыҙаты хас Көйөргәҙе районының Мораптал ауыл биләмәһендә йәшәүселәргә. Бер һүҙле, бер уйлы булыуҙары арҡаһында быйыл 9 Май байрамына улар Яңы Мораптал ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташ егеттәре иҫтәлегенә мемориал асҡан. Ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Венер Хәмитов был изге ниәттең башлаусыһы булһа, ауыл халҡы уны дәррәү күтәреп ала. –Ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең әсәйҙәре менән һөйләшкәндән һуң был уй барлыҡҡа килде. Мемориал эшләү өсөн аҡса йыйыуҙы 1 апрелдә иғлан итһәк, 22 апрель көндө уны эшләп ултырттыҡ. Барлығы 393 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Кемдең күпме тапшырған барыһы ла айырым бер китапҡа яҙылып, музейға тапшырылды. Ауыл халҡы шул тиклем берҙәм ҡатнашты, хатта күптән ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ ҙа ситтә ҡалманы. Кемдер аҡсалата, кемдер ҡул көсө, кемдер техника менән ярҙам итте. Бының өсөн һәммәһенә лә ҙур рәхмәтлемен, – тине Венер Йәғәфәр улы. Махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәр иҫтәлегенә арналған мемориал быйыл 9 Май байрамында асыла. Сарала бик күп кеше ҡатнаша. Был мемориал ике өлөштән тора. Тәүгеһендә “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, Ватанын һаҡлау өсөн ғүмерен биреүселәргә арнала. "Яугир булыу – ул мәңге йәшәү” тигән һүҙҙәр яҙылған унда. Мемориалдың икенсе өлөшөндә Мораптал ауыл биләмәһенән һәләк булған ир-егеттәрҙең исем-шәрифтәре яҙылған. Һәйкәл ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендәге майҙансыҡта урын алған. Эргәлә генә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған ҙур мемориал бар. Улар бер-береһен тулыландырып, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү үҙәге булып тора. Мемориалдың эргә-тирәһенә йәш ағас үҫентеләре лә ултыртылған. Ғөмүмән, һалдаттарҙың батырлығын мәңгеләштереү, киләсәк быуын улар тураһында онотмаһын өсөн был тарафта ҙур эш башҡарыла. Мәҙәниәт йортоноң фойеһында Мораптал ауыл биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 50-нән ашыу егеттең фотоһүрәттәре менән стенд эшләнгән. – Ноябрь айында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең яҡындарын йыйып, Ҡөрьән ашы үткәрергә ниәтләйбеҙ. Һәләк булғандарҙы хәтергә аласаҡбыҙ, иҫәндәрҙең имен-аман йөрөп ҡайтыуын теләп доғалар уҡыласаҡ. Быны беҙ клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре берлектә ойошторабыҙ, – тине Венер Йәғәфәр улы. Мәҙәниәт йортонда бындай осрашыуҙар үтеп тора. Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр ҙә, демобилизацияланғандар ҙа бында ҡәҙерле ҡунаҡ. Һалдаттар менән осрашыуҙар, һәйкәл асыу кеүек саралар барыһы ла йәш быуын яугирҙәребеҙҙең батырлығы тураһында белеп, ғорурланып үҫһен өсөн эшләнә. Көйөргәҙе районы. Фото: мәҙәниәт йортонан.