Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балаларға энергетик эсемлектәр һатыуға контроль көсәйә

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында социаль учреждениелар биләмәһендә алкоголһеҙ эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тураһындағы яңы законды тормошҡа ашыра башлау мәсьәләһе тикшерелде. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, республикала был өлкәне көйләү буйынса тәжрибә бар. Әммә, Рәсәйҙәге дөйөм хәлде иҫәпкә алып (һуңғы дүрт йылда энергетик эсемлектәр һатыу ике тапҡырҙан ашыуға артҡан), ябай тыйыу сараларының ғына етмәйәсәге асыҡланды. Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Азат Асҡаров әйтеүенсә, яңы закон белем биреү, медицина, мәҙәни, физкультура һәм спорт биналарында ошондай эсемлектәр һатыуҙы тыя. Фото: социаль селтәрҙән.