Әлфиә Алтынбаева Магнитогорск ҡалаһында тыуған, әммә бала сағы, мәктәп йылдары Баймаҡ районында үтә. Таһир ауылы мәктәбен гел “бишле”гә тамамлап, Сибай медицина колледжына уҡырға инә. Артабан Башҡорт дәүләт медицина университетында юғары белем ала. Өфөнөң 21-се дауаханаһында, “Башкирэнерго” йәмғиәтендә терапевт булып эшләп тәжрибә туплағандан һуң, бына биш йыл инде “Гармония” дауалау-һауыҡтырыу компанияһының директоры вазифаһын башҡара. Әлфиә Ишдәүләт ҡыҙы – терапия, гирудотерапия, һөнәри ауырыуҙар буйынса махсуслашыусы табибә, шул уҡ ваҡытта туҡланыуҙы дөрөҫ ойоштороу, кәүҙә матурлығын һаҡлау, артыҡ ауырлыҡҡа ҡаршы көрәшеү йәһәтенән дә ғәмәли эшләүсе белгес булараҡ танылған. Уның тап ошо йүнәлештәге кәңәштәре күптәр өсөн файҙалы, фәһемле булыр, тип ышанабыҙ. Сәләмәт йәшәү рәүешенең төп асылдары: дөрөҫ ойошторолған көн режимы; сама белеп дөрөҫ туҡланыу; туйғансы йоҡлау; физик һәм аҡыл эшмәкәрлегенең әүҙемлеге, яратҡан эш йәки шөғөлдөң булыуы; ваҡытында ял итә белеү; иҫерткес эсемлектәр