Найти в Дзене

Сабый тома етем ҡалғанын әлегә белмәй...

1 октябрь кисендә Туймазы ҡалаһында фажиғә булды: 20 йәшлек водитель йәйәүлеләр үткәүеленән сығып барған әсә менән уның биш йәшлек ҡыҙын бәрҙерҙе. Көслө бәрелеш һөҙөмтәһендә әсә кеше урында йән бирҙе, бала әле дауаханала. Бынан алда Гүзәл исемле ҡатынға 40 йәш булғанын һәм уның ҡыҙын яңғыҙы үҫтергәне билдәле булған ине. Өс йыл самаһы элек ҡапыл баланың атаһы үлә. Уның йөрәге менән проблемалар булған. Ул үлгәндән һуң ҡатын ҡыҙҙы бер үҙе тәрбиәләгән һәм улар ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән. Гүзәл үҙе Шаран районы ауылдарының береһенән. Мәктәпте тамамлағас, ул Туймазыға китә. Оҙаҡ йылдар заводта маляр булып эшләй, аҙаҡ төрлө урындарҙа хеҙмәт иткән. Кейәүгә һуң сыҡҡан һәм күп тә тормай ҡыҙы тыуған. Балаһын ул ныҡ көтөп алған, сөнки үҙе етем үҫкән, бәләкәй саҡта ата-әсәйһеҙ ҡалған, уның бер туған ағаһы ғына бар. Ирен юғалтыуҙы ул бик ауыр кисергән. Ә хәҙер ҡыҙын да ҙур һынауҙар көтә. Бала Туймазы район дауаханаһында реанимацияла, тотороҡло ауыр хәлдә. Өфө белгестәре килеп, уның хәлен контролгә алған. Кисә баланың әсәһен ерләгәндәр. Сабый әсәйһеҙ ҡалғанын әле белмәй. Моғайын, ауыр хәбәрҙе уға психолог әйтер. Ғәйепле егеткә килгәндә, ул айныҡ булған. Йәйәүлеләрҙе күрмәнем тигән. Ул урындағы колледжда уҡып йөрөгән, был хәлдән һуң уны уҡыуҙан ебәргәндәр. Уға биш йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Әсәһе әйтеүенсә, ике ай элек кенә егеттең атаһы үлгән.