Балаларым атайлы-әсәйле булып үҫһен тип, барыһына ла түҙҙем. Ул-ҡыҙҙарым һәйбәт – шуға һөйөнәм. Барыһының да тормоштары яҡшы. Күстәнәстәрен тейәп, яныма ҡайтып торалар. “Ҡартайған көндәрҙә яҙған икән күрергә бәхетте”, - тип уйлап берсә һөйөнәм, заяға уҙған йәш саҡтарҙы уйлап берсә көйөнәм... Нужа һурпаһын етерлек эстем. Мин – алты, апайым һигеҙ йәштә булғанда әсәйебеҙ үлеп китте. Атайыбыҙ һуғышта хәбәрһеҙ юғалған ине. Беҙҙе, ике етемәкте, балалар йортона бирҙеләр. Рәхмәт Хөкүмәткә, урамда ҡалдырманы. Беҙҙе тәрбиәселәр бар эшкә лә өйрәтте: тегергә, сигергә, бәйләргә, аш-һыу әҙерләргә. Мин бик етеҙ, һәр эште тиҙ отоп ала торғайным, шуға ла яраттылар үҙемде. Яҙмыш мине үҙемдән 13 йәшкә оло кеше менән бәйләне. Башта төрлө эштә, унан быҙау ҡараусы булып эшләнем. Ҡәйнәм уҫал да, һаран да ине. Иртәнсәк таңғы дүрттә сәй ҙә эсмәйенсә эшкә китәм, 11-ҙә ҡайтам. Самауырҙы ҡағып, түңкәреп һалып ҡуйыр ине, шәкәрҙе гел бикләп тотто. Кискелеккә бер тәрилкә һөтлө ыумас. Тәүге балама йөклөмөн, тамағым т