Башҡортостанда яһалма интеллект өлкәһендә проекттарҙы үҫтереү программаһын башлайҙар. Тейешле меморандумға MOSCOW Startup Summit майҙансығында AIRI институты, Урал банкы һәм Өфөләге Вуз-ара кампустың Геном үҙәгендә урынлашҡан баш ҡаланың “21-се мәктәбе” ҡул ҡуйған. Меморандумға ярашлы, яҡтар яһалма интеллект өлкәһендә ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген үҫтереү тураһында килеште. Инновацион проекттарҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыуҙан тыш, берлектәге тикшеренеүҙәр үткәрергә планлаштырыла. Материалдар башҡа технологик компаниялар менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн нигеҙ була һәм фәнни берләшмәгә өлөш индерә ала. -Яһалма интеллект өлкәһендәге проекттарҙы үҫтереү төбәктең иҡтисади үҫешен һәм конкурентлыҡ һәләтен арттырыуҙың ҡеүәтле драйверы булып тора. ЯИ-технологиялар ярҙамында төп тармаҡтарҙы - агросәнәғәт комплексынан алып һаулыҡ һаҡлауға һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа тиклем оптималләштерергә мөмкин. Был йәнә етештереүсәнлекте арттырыу, юғары технологиялы эш урындары һәм инвестициялар ағымы ла. Т
Яһалма интеллект өлкәһендә проекттарҙы үҫтереү программаһын башлайҙар
2 октября 20252 окт 2025
1 мин