Өфө ҡалаһындағы перинаталь үҙәккә яңы медицина ҡорамалы – аутоҡанды реинфузиялау өсөн аппаратура килтерелде, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Реинфузия технологияһы пациентҡа операция ваҡытында юғалтҡан ҡанын хәүефһеҙ ҡайтарырға ярҙам итә. Был организмдың тиҙ тергеҙелеүенә булышлыҡ итә. – Был ябай ғына ҡорамал түгел - пациенттар өсөн ысын ҡотҡарыу юлы ла. Күп ҡан юғалтыу осрағында һәр ваҡыт төрлө ысулдар менән ҡатындарҙың ғүмере өсөн көрәштек. Хәҙер беҙҙең пациенттың үҙенә ҡанын кире ҡайтарыр ышаныслы ярҙамсыбыҙ буласаҡ – иң хәүефһеҙ һәм оптималь вариант, - тип белдерҙе баш табип Зөһрә Гурова.Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.