Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе хәбәр итеүенсә, республикала бер миллион 127 мең кеше пенсия һәм социаль түләүҙәр ала. Уларҙың араһынан 262 кеше йөҙ йәште уҙған. Фондтың матбуғат хеҙмәте республикала 114 йәшлек өлкән кеше йәшәүе тураһында хәбәр итә. Йөҙ йәшлек юбилярҙарҙан тыш, төбәктә 90 йәштән 100 йәшкә тиклемге 17 меңдән ашыу пенсионер иҫәпләнә. Ә 80 йәштән 90 йәшкә тиклемге пенсионерҙар һаны 90 меңдән ашыу. 80 йәшкә етеү менән ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына билдәләнгән түләүҙәр автоматик рәүештә арттырыла. Быйылдан алып түләү 8907,70 һумдан 17815,40 һумға тиклем арта. Фондтың клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Нәсих Хәлисов фотоһы. Динә Арыҫланова.