Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Минең команда мотлаҡ яуап бирәсәк"

Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәттәре порталында яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 50-нән ашыу төбәк ярҙам сараһы тупланған. Был хаҡта МАХ-тағы битендә республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ярҙам саралары бер нисә тормош сценарийы буйынса тупланған, һәр береһенең тасуирламаһы бар, тип билдәләне Радий Хәбиров. "Ҡайһы бер осраҡтарҙа ғаризаны шунда уҡ, электрон төрҙә бирергә мөмкин. Ҡалғандарында ҡайҙа һәм ниндәй белешмәләр менән мөрәжәғәт итергә кәрәклеге ентекле яҙылған. Шулай уҡ унда, порталда, кире бәйләнеш ҡаралған — үҙеңдең тәҡдимдәреңде һәм теләктәреңде яҙырға мөмкин. Минең командам мотлаҡ яуап бирәсәк", – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Опция менән ошо https://gosuslugi.bashkortostan.ru/#/catalog/lifeSituations һылтанма буйынса танышырға мөмкин. Фото: "Башинформ".