Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Премияға конкурста ҡатнашығыҙ

12-15 ноябрҙә "Рәсәй" милли үҙәгендә "Һанлы сиселеш" ИТ-форумы үтә. Сараға ярашлы, милли премияға ғаризалар ҡабул итеү бара. Унда эшмәкәрлектәре мәғлүмәт технологиялары менән бәйле компаниялар ҡатнаша ала. ИТ өлкәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү - "Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү” милли проектының (нацпроект "Экономика данных и цифровая трансформация государства") маҡсаттарының береһе. - Премия мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы билдәләйәсәк, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу, һөнәри бәйләнештәрҙе нығытыу һәм инновациялы тәҡдимдәрҙе федераль кимәлгә еткереү өсөн шәп платформа булып тора, - ти Башҡортостандың дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин. Милли премия һанлы иҡтисадты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе дәүләт һәм бизнес проекттарын билдәләүгә йүнәлтелгән. Ғаризалар 9 октябргә тиклем ҡабул ителә, ә еңеүселәрҙе бүләкләү 12 ноябрҙә үтәсәк. Ғаризаны проекттың сайтында бирергә мөмкин. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормош

12-15 ноябрҙә "Рәсәй" милли үҙәгендә "Һанлы сиселеш" ИТ-форумы үтә. Сараға ярашлы, милли премияға ғаризалар ҡабул итеү бара. Унда эшмәкәрлектәре мәғлүмәт технологиялары менән бәйле компаниялар ҡатнаша ала. ИТ өлкәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеү - "Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы үҙгәртеү” милли проектының (нацпроект "Экономика данных и цифровая трансформация государства") маҡсаттарының береһе. - Премия мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы билдәләйәсәк, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу, һөнәри бәйләнештәрҙе нығытыу һәм инновациялы тәҡдимдәрҙе федераль кимәлгә еткереү өсөн шәп платформа булып тора, - ти Башҡортостандың дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин. Милли премия һанлы иҡтисадты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе дәүләт һәм бизнес проекттарын билдәләүгә йүнәлтелгән. Ғаризалар 9 октябргә тиклем ҡабул ителә, ә еңеүселәрҙе бүләкләү 12 ноябрҙә үтәсәк. Ғаризаны проекттың сайтында бирергә мөмкин. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото: "Башинформ".