“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына (национальный проект “Инфраструктура для жизни) ярашлы, Туймазы районында Шаран – Төмәнәк араһында дүрт километр участкала юл ремонтлау тамамланып бара. Был турала республиканың Транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Дүрмән һәм Төмәнәк ауылдары араһындағы участкала юлсылар тигеҙләү ҡатламын эшләгән, асфальт-бетон япма һалған, һыу үткәреү торбаһын ремонтлаған. Яҡын көндәрҙә юл ситтәрен нығытыу, разметка яһау планлаштырыла. - Шаран – Төмәнәк юлы Шаран һәм Туймазы райондары араһындағы транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Был юл барлығы 21 меңдән ашыу кеше йәшәгән ауылдар аша үтә. Уның аша урындағы кешеләр Туймазы йүнәлешенә, М-5 “Урал” федераль трассаһына сыға. Шуға ла был юлдың торошон яҡшыртыу мөһим, - ти республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Был юл участкаһында эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә. Милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.