Бөгөн, 2 октябрҙә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов менән бәхилләшеү сараһы уҙҙы. Матәм митингыһында республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул артистың туғандарының, яҡындарының, ижадын һөйөүселәрҙең оло ҡайғыһын уртаҡлашты. – Был беҙҙең өсөн бик ҙур юғалтыу, – тине Радий Хәбиров. – Минең хәтерҙә Олег Закир улы бик зыялы, бөтәһенә ҡарата ла ғәйәт изге күңелле, театрҙы, үҙ эшен, коллегаларын яратҡан кеше булып ҡалыр. Ижады аша Олег Закир улы гел Башҡортостан халҡы хәтерендә булыр. Ә беҙ уның исемен мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләрбеҙ. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Олег Хановтың Башҡортостан мәҙәниәтенә ҙур өлөш индереүен билдәләне. – Олег Закир улы, ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ваҡыт үҙенә һәм республикабыҙға тоғро ҡалды, бер ҡасан да был бәйләнеште өҙмәне, – тип билдәләне ул. – Башҡорт телен үҫтереү һәм мәҙәниәтебеҙҙе танытыу өсөн барыһын да эшләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ауыр ҡайғыны уртаҡлаша. Яратҡан артисыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләйәсәкбеҙ. Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова ла Олег Закир улы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты: – Олег бик һәләтле һәм күп яҡлы талант ине, һәр төрлө ролде уйнай алды. Ул күренекле артист, ыңғай фекерле, яҡты кеше булды. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов, Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Олег Хановтың туғандары һәм яҡындары бәхилләшеү һүҙе әйтеп сығыш яһаны. Сығанаҡ: glavarb.ru/ru/news/...