Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Күсей ауылы Башҡортостан әҙәбиәтенә халыҡ шағиры менән халыҡ яҙыусыһын бүләк иткән төбәк

Күсей ауылы Башҡортостан әҙәбиәтенә халыҡ шағиры менән халыҡ яҙыусыһын бүләк иткән төбәк. Был матур ауылда алтын ижадлы шәхестәр – Абдулхаҡ Игебаев һәм Таңсулпан Ғарипова тыуған. Ошо көндәрҙә Күсей ауылы мәҙәниәт йортонда Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға ҡарата "Йәшәп һыуһын ҡанманы!" исемле хәтер кисәһе үтте. Бай йөкмәткеле сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, шағирә Зөлфиә Ханнанова ҡатнаштылар. Сарала уҡыусылар шағирҙың "Беҙ - Баймаҡтар бит әле!", "Күсейҙәр", "Донъябыҙҙан ни ҡала?", "Ирәндек бөркөтө" шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевты яҡташтары яратып иҫкә алды. Уға арнап мәктәптә лә, ауыл китапханаһында ла музей ойошторолған. Кисә һуңында Күсей биләмәһендә үткән "Онотманым һине, ауылым" исемле шиғыр һөйләүселәр интернет бәйгеһенә йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр бүләкләнде.

Күсей ауылы Башҡортостан әҙәбиәтенә халыҡ шағиры менән халыҡ яҙыусыһын бүләк иткән төбәк. Был матур ауылда алтын ижадлы шәхестәр – Абдулхаҡ Игебаев һәм Таңсулпан Ғарипова тыуған.

Ошо көндәрҙә Күсей ауылы мәҙәниәт йортонда Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға ҡарата "Йәшәп һыуһын ҡанманы!" исемле хәтер кисәһе үтте. Бай йөкмәткеле сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, шағирә Зөлфиә Ханнанова ҡатнаштылар. Сарала уҡыусылар шағирҙың "Беҙ - Баймаҡтар бит әле!", "Күсейҙәр", "Донъябыҙҙан ни ҡала?", "Ирәндек бөркөтө" шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙе. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевты яҡташтары яратып иҫкә алды. Уға арнап мәктәптә лә, ауыл китапханаһында ла музей ойошторолған. Кисә һуңында Күсей биләмәһендә үткән "Онотманым һине, ауылым" исемле шиғыр һөйләүселәр интернет бәйгеһенә йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр бүләкләнде.

-2
-3
-4