Ҡырмыҫҡалы районының Николаевка ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Элек ауылдаштар тәүге медицина ярҙамын мәҙәниәт йортоноң яраҡлаштырылған бинаһында алды. Хәҙер сәләмәтлекте заманса, йылы һәм яҡты медицина пунктында тикшертергә мөмкин. Бинала һыу менән тәьмин итеү системаһы, канализация эшләй. ФАП кәртәләп алынған, инеү юлдары эшләнгән. Медицина пунктына Марина Степанова етәкселек итә. Ульяновка һәм Николаевка ауылдарының 800-ҙән ашыу кешеһен хеҙмәтләндерергә тура киләсәк. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса