Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

"Ололар көнөнә ҡарата Әхмәр мәҙәниәт йортонда "Ғүмерҙәрҙең алтын көҙөндә" исемле бик матур сара булып уҙҙы

"Ололар көнөнә ҡарата Әхмәр мәҙәниәт йортонда "Ғүмерҙәрҙең алтын көҙөндә" исемле бик матур сара булып уҙҙы. Сара матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Һәүәҫкәр йырсылар Ишьярова Гөлниса, Насирова Суфия, Иҙрисов Фаил һәм " Килендәр" фольклор ҡыҙҙарының моңло итеп йырлауы, Өмөтбаева Зиләйлә килендең, Иҙрисова Рәйсә апай менән 86 йәштә булыуға ҡарамаҫтан Айытбаев Шәрифйән олатайҙың өҙҙөрә баҫып бейеүҙәре бөтәһен дә хайран итте, нәфис һүҙ оҫтаһы Өмөтбаева Зилә Яһангир ҡыҙының сығышы байрамға йәм өҫтәне, һәр береһенең сығыштары көслө алҡыштарға күмелде. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Тормошобоҙҙа ошондай йырлы моңло осрашыуҙар күберәк булһын. Һаулыҡ , оҙон ғүмер теләйем. Байрам сараһы артабан сәй табыны янында дауам итте", - тип хәбәр итә әхмәрҙәр.

"Ололар көнөнә ҡарата Әхмәр мәҙәниәт йортонда "Ғүмерҙәрҙең алтын көҙөндә" исемле бик матур сара булып уҙҙы. Сара матур концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Һәүәҫкәр йырсылар Ишьярова Гөлниса, Насирова Суфия, Иҙрисов Фаил һәм " Килендәр" фольклор ҡыҙҙарының моңло итеп йырлауы, Өмөтбаева Зиләйлә килендең, Иҙрисова Рәйсә апай менән 86 йәштә булыуға ҡарамаҫтан Айытбаев Шәрифйән олатайҙың өҙҙөрә баҫып бейеүҙәре бөтәһен дә хайран итте, нәфис һүҙ оҫтаһы Өмөтбаева Зилә Яһангир ҡыҙының сығышы байрамға йәм өҫтәне, һәр береһенең сығыштары көслө алҡыштарға күмелде. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәм.

Тормошобоҙҙа ошондай йырлы моңло осрашыуҙар күберәк булһын. Һаулыҡ , оҙон ғүмер теләйем.

Байрам сараһы артабан сәй табыны янында дауам итте", - тип хәбәр итә әхмәрҙәр.

-2
-3
-4