Найти в Дзене

Спорт үҫеше перспективаларын тикшерәләр

Спорт үҫеше перспективаларын тикшерәләр 2025 йылдың 10 октябрендә Өфөнөң Көрәш һарайында Башҡортостан Башлығы эргәһендәге Спорт һәм физик культура үҫеше мәсьәләләре буйынса совет ултырышы үткәрелә. Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Совет ултырышы - профессиональ берләшмәнең иң ҙур тармаҡ форумы, ул йыл һайын Рәсәй министрлыҡтары һәм ведомстволары, йәмәғәт берекмәләре етәкселәрен, алдынғы спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы бергә йыя. Совет ултырышында Рәсәй Спорт министрлығының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов; Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Григорий Гуров; сенатор, Рәсәй Геройы, өс тапҡыр олимпия чемпионы Александр Карелин; Рәсәй спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили, Pathway Глобаль альянсы директоры Һиндостандан Кашьяп Варун Һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашыр тип көтөлә. Ултырышта инфраструктура объекттарын һәм ҡоролмаларын төҙөү, спортсыларға һәм тренерҙарға ярҙам итеү, шулай уҡ төбәктә төрлө дисциплиналар буйынса ярыштар ойоштороу һәм үткәреү буйынса төп бурыстар тикшереләсәк. Шулай уҡ “Көслөләрҙе һайлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә самбо, дзюдо һәм спорт көрәшен үҫтереү стратегияһы темаһына түңәрәк өҫтәлдәр, олимпия чемпиондарынан күрһәтмә сығыштар һәм автограф-сессиялар үткәреү планлаштырылған. Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/sport/2025-10-01/v-bashkirii-obsudyat-perspektivy-razvitiya-sporta-4409754 Фото: пресс-служба Минспорта РБ.