Найти в Дзене

“Беҙҙә коксаки юҡ”, тиҙәр

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфө дауаханаларында коксаки менән сирле кешеләр юҡ тип белдерҙе. Министрлыҡ белгестәре әйтеүенсә, баш ҡала дауаханаларында ошо вирусты эләктергән бер кеше лә теркәлмәгән. Бынан алдараҡ “Telegram-канала Baza” балаларҙың коксаки вирусы менән сирләүе һәм бындай осраҡтарҙың Өфөлә, Орелда, Владимирҙа, Төмәндә булыуы хаҡында яҙғайны. Әммә шунан һуң “Роспотребнадзор” был вирустың Рәсәйҙә май аҙағында ғына булып алыуын белдерҙе. Коксаки вирусы – һыу һәм ризыҡ аша йоғорға мөмкин булған энтеровирус инфекцияһы. Уның менән 10 йәшкә тиклемге балалар йышыраҡ сирләй. Ул тамаҡ ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек, тирегә сабыртма сығыуы аша күҙәтелә. Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.