Бөгөн кис, күптән түгел генә Туймазы ҡалаһында ҡот осҡос авария теркәлә. Ҡаланың Комаров урамында, йәйәүлеләр үткәүеленән үтеп барған әсә менән биш йәшлек баланы машина бәрҙереп киткән. “Лада Приора” автомобиле руле артында 20 йәшлек егет ултырған. Урамда ҡуйылған камерала теркәлгән видеояҙманан күренеүенсә, ул ныҡ ҙур тиҙлек менән килгән. Әсә менән баланы бәрҙергәндән һуң, машина юл ситендәге магазинға барып бәрелгән. Бәрелеш ныҡ көслө була, әсә фажиғә урынында табиптар килеп еткәнсе йән бирә. Биш йәшлек ҡыҙ бала ауыр хәлдә дауаханаға алып барыла. Әле табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә. Тикшереү водителдең айныҡ булыуын күрһәткән. Әле урында полиция һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.