Александр Окатьев Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор итеп тәғәйенләнде. 1 октябрҙә Хөкүмәт йортонда яңы инспектор менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров таныштырҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте ағзалары, төбәк Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, федераль башҡарма власть органдарының һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының территориаль бүлексәләре етәкселәре, традицион конфессияларҙың дини лидерҙары ҡатнашты. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле яңы федераль инспекторҙың Башҡортостан буйынса ҙур тәжрибәһен билдәләне һәм уға эшендә уңыштар теләне. – Александр Леонидович ҙур хеҙмәт юлын үтә. Үҙенең эше менән ул коллегаларының һәм етәкселектең хөрмәтен яуланы, Рәсәй Федерацияһы граждандарының мәнфәғәттәрен яҡлауҙа етди һөҙөмтәләргә өлгәште. Александр Леонидовичтың тәжрибәһе, уның хоҡуҡи һәм хоҡуҡ һаҡлау өлкәләрендәге тәрән белеме артабанғы эшендә ярҙам и