Быйылғы уңыш, шөкөр, бигерәк мул булды. Икенсе икмәгебеҙгә әйләнеп бөткән картуф та емерелеп уңды. Әйткәндәй, Туймазы районы Дуҫлыҡ ауылының ошо ризыҡҡа бәйле үҙ бренд сараһы бар: "Картуф һабантуйы". Күптән түгел улар гөрләтеп ошо байрамды үткәреп тә ҡуйған. Сараны йыл да ауыл мәҙәниәт йорто ойоштора. Был байрамды бала-саға, йәше-ҡарты - бөтәһе лә көтөп ала. Күңелле йыр-моң, уйындар, шиғыр уҡыу, конкурстар – һәр кем күңеленә ятҡан берәй шөғөл табып ҡатнаша ала бында. – Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә Картуф һабантуйында гел ихлас ҡатнаша. Күрше-тирә ауылдарҙан коллегаларыма рәхмәт, концерт номерҙары менән килеп, кисәбеҙгә йәм өҫтәйҙәр. Бишҡурай, Иҫке Ҡандра ауылдары клубтары кәсепселәр күргәҙмәһе алып килде, ауылыбыҙ мәктәбе уҡыусылары йәрминкә-күргәҙмә әҙерләне. Байрам булғас, ҡатнашыусылар бүләкһеҙ ҙә ҡалманы, – ти Дуҫлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Әлфирә Шәрифйән ҡыҙы Ситдиҡова. P.S. Байрам тураһында хәбәр итеп, матур фотолар менән уртаҡлашҡаны өсөн Әлфирә апайға рәхмәт!