Донъяла киң танылыу алған артистар Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың әсәһе Тәскирә Абдразаҡова 79-сы йәшендә донъя ҡуйған. Таскирә Нәғимйән ҡыҙы Абдразаҡова 1946 йылдың 25 октябрендә Өфөлә тыуған. Педагогия училищеһының художество бүлеген тамамлағас, 1976 йылға тиклем театрҙың художество оҫтаханаһында декоратив биҙәү рәссамы булып эшләй. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы художество советында була. Әммә уның тормошонда ғаиләһе төп урынды биләй. Ғүмер юлдашы – башҡорт кино сәнғәтенә нигеҙ һалған, милли мәҙәниәтте һаҡлауға тос өлөш индергән Әмир Абдразаҡов, хәҙер “Башҡортостан” киностудияһы уның исемен йөрөтә. Тәскирә Нәғимйән ҡыҙы Әмир Ғабделмән улының фильмдарын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Абдразаҡовтар Асҡар һәм Илдар исемле улдар тәрбиәләп үҫтергән, уларҙа Тыуған илгә, үҙ халҡына һәм музыкаһына һөйөү тәрбиәләгән. Студент йылдарында уҡ ағалы-ҡустылы халыҡ-ара конкурстарҙа үҙҙәрен танытып өлгөрҙө. Ҡыҙғанысҡа күрә, Әмир Ғабделмән улы 2008 йылдың мартында арабыҙҙан китте, улд