Сығышы менән Благовещен районының Бедеев Поляна ауылынан булған Анатолий Фатеев "Атай ҡаһарманлығы" йәмәғәт наградаһын алыуға республика конкурсының лауреаты исемен алды. Тырыш атай рәттән өсөнсө тапҡыр бәйгелә ҡатнашҡан һәм моратына ирешкән. Ул отставкалағы офицер, уңған эшҡыуар, Өфө дәүләт авиация техник университетын (бөгөн – Өфө фән һәм технологиялар университеты) тамамлаған. Анатолий Валериевич 2024 йылда үҙенең аҡсаһына 170 йоҡо тоғон һатып алып, махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатҡан. Шул уҡ йылда Анатолий Валериевичты һәм уның кәләше Ольганы "Атай-әсәй ҡаһарманлығы" миҙалы менән бүләкләгәндәр, ә уның ҡатынына "Әсә-герой" исемен биргәндәр. Фатеевтар 11 бала тәрбиәләй. Фото: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы.