25 сентябрҙә Туймазы ҡалаһы эргәһендә булған юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәр билдәле булды. М-5 автомобиль юлының 1333 километрында ике еңел машина бер юлы, тыйылған урындарҙа уҙып китеп, ҡаршы һыҙатҡа сыға. Был башҡа транспорт сараларының – “Lada Largus” һәм “Geely Mojaro” автомобилдәренең бәрелеүенә килтерә. “Lada Largus” автомобилендә күп балалы ғаилә булған: Межгорье ҡалаһынан 39 йәшлек водитель, уның ҡатыны, шулай уҡ 5 – 17 йәшлек дүрт бала. Ҡатын алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында вафат була. Биш йәшлек улдары комаға китә һәм дүрт көндән һуң дауаханала үлә. Ғаилә башлығы һәм башҡа балалар әле дауалана. Аварияға сәбәпсе булған водителдәр ваҡиға урынын ташлап ҡасҡан. Һуңыраҡ уларҙы Бүздәк районында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Билдәле булыуынса, был автомобилдәр рулендә Томск өлкәһенән – 46 йәшлек, Омск өлкәһенән 45 йәшлек водителдәр булған. Был ир-егеттәрҙе ҡулға алғандар. Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһынан.