Йоҡлар алдынан алма һеркәһе (яблочный уксус) эсһәгеҙ, тиҙҙән организмығыҙ рәхмәт әйтер. Әммә уны самаһын белеп кенә ҡулланырға кәрәк. Бер стакан йылымыс һыуға бер балғалаҡ алма һеркәһенә бер балғалаҡ бал ҡушып болғап, йоҡлар алдынан ярты сәғәт элек эсһәгеҙ, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге көйләнер. Был ҡатнашма ашҡаҙандағы ауыртыуҙарҙы ла баҫыр. Ҡан баҫымығыҙ юғары булһа, 150 миллилитр йылы һыуға ике балғалаҡ алма һеркәһе болғап эсеп йоҡларға ятығыҙ. Йоҡоғоҙ тыныс, ҡан баҫымығыҙ нормала булыр. Осҡолоҡ тота башлаһа (сиҡылдау ҙа тиҙәр), бер стакан йылы һыуға бер балғалаҡ алма һеркәһе бутап эсегеҙ. Тамағығыҙ шешеп, ауыртып торһа, 100 миллилитр йылы һыуға бер балғалаҡ алма һеркәһе һалып эсегеҙ. Организмға калий етешмәһә, аяҡтар һыҙлай башлай, ә алма һеркәһе ошо минералға ла бай. Бер стакан йылы һыуға ике балғалаҡ һеркә һалып, йоҡлар алдынан эсегеҙ. Бер нисә көндән ауыртыу үтер. Алма һеркәһе аллергия менән йонсоған кешеләргә лә файҙалы. Был осраҡта ла бер стакан йылы һыуға бер балғалаҡ һеркә һалып