Р.Кузеев исемендәге этнология һәм тикшеренеүҙәр институтының археология һәм этнография музейы экспозицияһы уникаль виртуаль экспонат менән тулылана. Был Өфөнөң Вуз-ара кампусында урынлашҡан ӨДНТУ-ның VR-технологиялар һәм робот техникаһы лабораторияһының һәм Евразия күсмә цивилизациялар музейының берлектәге эше. Проекттың идеяһы осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килә. VR-технологиялар ярҙамында башҡорт тирмәһен виртуаль киңлеккә урынлаштырып буламы, тигән һорау килеп тыуа. Проектты эшләгәндән һуң уның менән лидерҙар проекты конкурсына сығыу ҡарары барлыҡҡа килә. -Тарихи һәм милли аспекттан тыш, ӨДНТУ-ның нефть газы ғына түгел, ә һанлы технологиялар аша музей экспонаттары эшләүен дә күрһәтергә теләнек, - ти проект етәксеһе Булат Шәйбәков. Тарихи ҡиммәткә эйә булған башҡорт тирмәһе һәм музей экспонаттары виртуаль киңлеккә күсерелгән. Уларҙы һанлаштырыу ҡул менән дә башҡарыла, лазер сканерлау ысулы ла ҡулланыла. Был йәһәттән нефть вузының реверс-инжиниринг лабораторияһы ярҙам итә. Археология һәм э