Сылтыр шишмәне буяйҙар, Матурлайҙар илдәрен. Сайпылдырып һыу ташыйҙар Тирбәлдереп билдәрен. Ниндәй яҡшы ауылыңда Ҡоҙоҡтар булыуҙары. Самауырҙан сәй эсәләр Ғүмәрҙең һылыуҙары! Юлыев Сынтимер Миңлеғәле улының Ғүмәр ҡыҙҙарына арнап яҙған шиғырын ҡеүәтләп, <Ғүмәриә> ансамбле ҡыҙҙары Хәсби ҡоҙоғон һәм Түбәнге ҡоҙоҡто сүп - сарҙан, ҡый үләненән таҙартып, матур итеп буяп ҡуйҙылар. Шулай уҡ беҙгә ярҙам иткән егеттәргә : Ғәпсәләмов Илнурға һәм Иҫәндәүләтов Заһирға ҙур рәхмәт. Барығыҙ ҙа иҫән-һау булығыҙ. Йорт-ил тынысланһын, һүғыштар бөтһөн, эсәр һыуыбыҙ таҙа булһын! Ярат ауыл биләмәһе.