Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Меңйетәрҙәрҙең мең ҡыуаныстарының береһе

Иглин районының Меңйетәр ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Бинаны асыу “Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь” ) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Ул заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. - “Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проекты ауыл биләмәләрендә медицина хеҙмәтләндереүе сифатын күтәрергә булышлыҡ итә. Меңйетәрҙә фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу – урында йәшәүселәргә үҙ ваҡытында медицина ярҙамын күрһәтергә, медицина хеҙмәттәренә уңайлы шарттар булдырырға һәм халыҡ сәләмәтлеген нығытырға булышлыҡ итә, - тип белдерҙе Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радмир Һәүбәнов. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында беренсел медицина-санитар ярҙамын меңйетәрҙәр - 350-нән күберәк кеше - аласаҡ. Фельдшер Фларида Хәсәнова беренсел медицина ярҙамын күрһәтә. Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.