Ауыл халҡын яңы, заманса ФАП-лы итеү “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) сиктәрендә мөмкин булды. Был турала БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. ФАП заман талаптарына тулыһынса тура килә. Бында персонал өсөн дә, пациенттар өсөн дә кәрәкле ҡорамалдар, шарттар бар. Халыҡтың һаулығы һағында фельдшер Альбина Сәйетова тора. - Модулле ФАП-та 181 кешене, шул иҫәптән 39 баланы хеҙмәтләндерәсәкмен. Пациенттарым хәҙер уңайлы шарттарҙа диспансеризация үтә, вакцинация эшләтә, беренсел медик-санитар ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә, - ти ул. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Фото "Берҙәм Рәсәй" партияһы сайтынан