Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Әүәлгесә булмам инде”

“Башинформ” журналисы Луганск Халыҡ Республикаһына эш командировкаһы барышында Әхмәт Дәүләтов исемендаге медицина ротаһы госпиталендә булды. Подразделение 2023 йылдың көҙөнән МХО зонаһында хеҙмәт итә һәм ошо ваҡыт эсендә уның хәрбиҙәре йөҙҙәрсә һалдаттың ғүмерен ҡотҡарҙы. Ошо хаҡта “Колибри” позывнойлы медик һөйләне. Журналистарҙы сибек кенә, бер үк ваҡытта көс-ҡеүәт һәм ихласлыҡ бөркөлөп торған “Колибри” ҡаршы алды. Ағиҙел ҡалаһынан медицина хеҙмәткәре Гөлмирә үҙенә шундай позывной алған. Ике йыл элек ул Оборона министрлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйған һәм әлегә тиклем “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында Ватанға хеҙмәтен дауам итә. “Яҡташтар! Һеҙҙе күреүгә шатмын! – тип ҡосаҡлап алды журналистарҙы “Колибри”. – Ниһайәт, беҙҙең госпиталде үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, егеттәр менән танышырһығыҙ. Нисек йәшәп ятыуыбыҙҙы күрһәтермен”. Күптән түгел “Башинформ” Гөлмирә менән танышҡандан һуң, уның алғы һыҙыҡҡа китергә ҡарар итеүе тураһында һөйләгәйне инде. Ҡыйыу ҡатын әйтеүенсә, уның өсөн “ватансылыҡ” һүҙе тәрән мәғәнәгә эйә, ә фронтта уның асылы бөтөнләй икенсе юҫыҡта сағылыш тапҡан. Хеҙмәт иткән осорҙа “Колибри” бик күпте күргән, әммә ул һайлаған һөнәренә, хеҙмәттәштәренә, принциптарына һәм бурысына тоғро ҡалған. Бынан тыш, Гөлмирә алғы һыҙыҡта бәхетен дә тапҡан. 2024 йылда ул кейәүгә сыҡҡан. Хәләл ефете – Миәкә районынан “Енот” позывнойлы хеҙмәттәше. “Бәхетлемен”, – тине Гөлмирә былтыр августың ямғырлы көндәренең береһендә яугирҙәрҙе оҙатҡанда. “Беҙ бик бәхетле”, – тине ул хәҙер күҙҙәренән нурҙар сәсеп. Гөлмирә “Хруст” позывнойлы операция-бәй һалыу взводы табибы менән бергәләп госпиталдең эше менән таныштырҙы. Ул Өфөнән. Илдең оборона ведомствоһы менән килешеү төҙөгәнгә тиклем 20 йыл балалар хирург-травматологы булып эшләгән. “Бына бында ҡабул итеү бүлеге. Һәр дауалау учреждениеһындағы кеүек үк сирлеләр иң элек ошо кабинетҡа инә. Тик беҙҙең осраҡта яугирҙәр килә бында. Хирургия кабинеты бар. Унда бәй һалабы, яраларҙы тегәбеҙ. Бөгөн постағы шәфҡәт туташы “Окси” ҡабул итә. Сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле нимәләрҙең барыһы ла бар. Кәрәк-яраҡ менән Оборона министрлығы тәьмин итә һәм, әлбиттә, тыуған Башҡортостаныбыҙ гуманитар ярҙам ебәрә. Бөгөн генә, һеҙ килгәнгә тиклем Өфөнөң Дим районынан гуманитар ярҙам тапшырҙылар”, – тине “Колибри”. Яралы яугирҙәрҙе дауалау һәм ҡарау өсөн бүлмәәрҙән тыш, аш-һыу, кер йыуыу, душ бүлмәләре бар. Һәр ерҙә таҙалыҡ һәм тәртип. Палаталарҙы, ашхананы, бәҙрәфтәрҙе аяғында йөрөй алған хәрбиҙәр тәртипкә килтерә. Графикты яугирҙәр үҙҙәре төҙөй. Аш-һыу бүлмәһендә Дыуан районынан “Метис” позывнойлы медрота ашнаҡсыһы ризыҡ әҙерләй. Уның менән әңгәмәләшеп булманы. “Ғәфү итегеҙ, тиҙҙән төшкө аш. Егеттәрҙе ашатырға кәрәк”, - тине “Метис”. Ашхана һәм башҡа бүлмәләр санитария-эпидемиология нормаларына тап килә, тип билдәләне “Колибри”, кер йыуыу бүлмәһе ишеген асып. Бында “Бек” позывнойлы яугир ярҙам итә. Беҙ ингәндә ул кер йыуыу машиналарының һәм киптергестәрҙең ҡеүәтен көйләү менән мәшғүл ине. Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы Башҡортостандан контрактсылар менән тулыландырылған. “Башҡортостан” полкы ғына түгел, шулай уҡ махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгән башҡа байтаҡ подразделениелар хәрбиҙәренә лә улар ышаныслы ярҙам күрһәтә. Һәр подразделениела ла медицина пункты бар. Унда Әхмәт Дәүләтов исемендәге медротаһынан хәрби хеҙмәткәр беркетелгән. Бынан тыш улар алғы һыҙыҡҡа ла бара. Ҙур штурм башланһа, табиптар эвакуациялана. “Яугирҙәр отпускы ваҡытында медицина тикшереүе үтә, – тип һүҙен дауам итә Гөлмирә. – Көндәлек тормошта һеҙ, ир-егеттәрҙең, табипҡа күренергә яратмағанын беләбеҙ бит инде. Ә бында, алғы һыҙыҡта, йөрәк-ҡан тамырҙары, аш һеңдереү ағзалары, ҡан баҫымы менән бәйле сирҙәр көсәйә. Уларҙан ҡотолоп булмай. Ауырыуҙарҙың аҙып китеүенә юл ҡуймаҫҡа тырышабыҙ”. Госпиталдә бер йыл элек алған яраларҙың эҙемтәләре менән дә яталар. Яугирҙәр хәрби-табип комиссияһының ҡарарын көтәләр: берәүҙәре сафҡа әйләнеп ҡайта, икенселәрен дауаланыуҙы дауам итеү өсөн “оло” ергә ебәрәләр, өсөнсөләре өсөн хәрби хеҙмәт тамамланып та ҡуя. Мөһим кабинеттарҙың береһендә теш дауалайҙар. Яугирҙәрҙе бында Октябрьскийҙан стоматолог-хирург, “Воха” позывнойлы Владимир ҡабул итә. Хәләл ефете, “Гость” позывнойлы Регина Новгородцева уға ярҙам итә. Коридор буйлап артабан ординаторҙар бүлмәһе урынлашҡан. Компьютер артында медицина ротаһының башҡа хәрбиҙәре ултыра. Уларға ла мөһим бурыс – документтар тултырыу, етәкселек өсөн отчет әҙерләү, рапорттар ҡабул итеү йөкмәтелгән. Гөлмирә беҙҙе госпиталь менән таныштырған арала төшкө аш та тамамланды. “Колибри” менән “Хруст” журналистарҙы яралылар янына алып инде. Стәрлетамаҡтан “Мутный” позывнойлы яугирҙең ҡулына ярсыҡ тейгән. “Мине бында үле килеш тиерлек килтергәндәр, – ти “Мутный”. – Госпиталдә ятыуыма бөгөн бер аҙна. Табиптарға рәхмәт, аяҡҡа баҫтырҙылар. Йүгереп йөрөйем тиергә лә мөмкин, хәлем һәйбәт. Ашау, ҡарау, дауалау юғары кимәлдә. Барыһына ла ҙур рәхмәт”. Күгәрсен районынан “Сурик”тың янбашы яраланған. “Дрон һөжүменә эләктем. Әммә хәҙер хәүеф юҡ, барыһы ла яҡшы. Быныһы икенегә яраланыуым. Теге саҡта бирешмәгәйнем, быныһында ла бирешергә йыйынмайым. Ғөмүмән алғанда, башымда бер ниндәй ҙә уй юҡ – тере ҡаламмы, үләмме. Ышанысты юғалтмаҫҡа, йәшәргә тырышырға, насар уйҙарға бирелмәҫкә кәрәк”, – тигән фекерҙә “Сурик”. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкына хеҙмәт итергә ебәрелгән Ростов өлкәһенән “Глок” позывнойлы һалдаттың быйыл августа аяғы яраланған. “Хруст” уны тәүгә генә ҡотҡармай икән. Ошо турала рәхмәт әйтә-әйтә һөйләне ул. “Дошман нығытмаһын алыу бурысы ҡуйылды, – тип хәтерләй “Глок”. – Блиндаждарына шартлатҡыс ырғыттым, шул уҡ ваҡытта атышырға тура килде. Яраландым. Артҡа шыуыша башлағас, ут аҫтында ҡалдым, аяғыма ярсыҡ тейҙе. “Птичка”лар, “камикадзе”лар осто, минометтан ут астылар, ахыр килеп, “баба-яга” шартланы. Аңлауымса, беҙҙе яндырырға теләнеләр. Ямғыр яуғанға күрә, урманға ут ҡапманы. Окопта яраларымды эшкәрттем дә, үҙебеҙҙекеләр яғына юл тоттом. Һәм бына мин госпиталдә, үҙебеҙҙең “Хруст”а дауаланам. Ул мине икенсегә аяҡҡа баҫтырҙы. Рәхмәтлемен уға һәм бөтә медицина ротаһына”, - тине “Глок”. Палаталарҙың береһендә “Остяк” ята. Вафа Әхмәҙуллин исемендәге разведка ротаһы яугире менән “Башинформ”ды 2024 йылда “Аякс” позывнойлы рота командиры таныштырғайны. “Тәүге яраланыуым. Әлегә тиклем бер ҙә йәрәхәт алғаным булманы. Июлдә штурмға киттек. Бурысты үтәп, нығындыҡ. Әммә ҡулыма ярсыҡ эләкте. Ярай, хәүеф юҡ. Тиҙҙән үҙебеҙҙекеләр янына әйләнеп ҡайтам”, – тип көлә “Остяк”. “Беҙ ҙә штурмға бара инек. 8 майҙа булды ул, – тип хәтерләй Белгородтан “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткән “Расческа” позывнойлы яугир. – Дрондар һөжүм итә башланы. Ут астым, автоматты юғарыға тоҫҡағанмын. Шунда бронежилет аҫтына ярсыҡ эләкте лә инде. Һауығып киләм. Табип барыһы ла яҡшы булыр, тине. Палатала яҡташтарығыҙ менән бергә ятам, Башҡортостан тураһында күберәк белеп ҡалырға тырышам, ваҡыт етерлек. Рәсәйҙә барыбыҙ ҙа – рустар, башҡорттар, башҡа милләттәр – бер ғаилә. Тыуған илебеҙ уртаҡ һәм уны һаҡларға кәрәк”. Яралылар менән әңгәмәләшкәндән һуң, Гөлмирә беҙҙе ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһенә алып инде. Кәштәләргә иконалар һәм ғәрәп яҙмалары, өҫтәлдә Тәүрат менән Ҡөрьән йәнәш ята. “Бында ышанысһыҙ йәшәп булмай. Дарыу, бинт һәм скальпель – бик кәрәкле нәмәләр, әлбиттә. Әммә Аллаһы Тәғәләгә ышаныу ҙа мөһим. Яугирҙәр бында инеп ултыра, уларға берәү ҙә ҡамасауламай”, – ти “Колибри”. Гөлмирә медицина ротаһы хәрбиҙәренең бүлмәһен дә күрһәтте. Бында улар туҡлана, байрамдарҙы, тыуған көндәрҙе, шул иҫәптән балаларының тыуған көндәрен билдәләй. Табиптар ҡайһы ваҡыт Башҡортостандан гуманитар йөк менән килгән ризыҡтарҙы ошонда үҙҙәре лә бешерә икән. Ҡатындың йөҙөндәге йылмайыу көтмәгәндә һағыш менән алмашынды. “Яңы йылда яугирҙәр өсөн байрам ойошторабыҙ. Мин Ҡарһылыу булып кейенәм. Быйыл яралыларҙың береһе, Кавказдан бик етди егет Ҡыш бабай булды. Тун кейеп, һаҡал йәбештереп алғас: “Әкиәт геройы булып, кеше күңелен күтәреп йөрөрмөн тип ғүмерҙә лә уйламағайным”, – тип көлөп ебәргәйне. Фронтта кисергәндәрҙең барыһы ла йөрәктә ҡала, тигәйнек беҙ уға шул саҡта. Госпиталдән сығып, бер-ике көн үтеүгә Ҡыш бабайыбыҙҙың һәләк булыуы тураһында белдек”, – тине Гөлмирә. Бүлмәнең бер мөйөшөндә мольберт тора. Архангел районынан “Профессор” позывнойлы невролог картина төшөрә. Эш әле тамамланмаған, сөнки, “Колибри” әйтеүенсә, табип һүрәтте буш ваҡытта яһай, ә хәрби медиктарға ял бик һирәк эләгә. “Көсөргәнеште һәр кем төрлөсә бөтөрөргә тырыша. Түбәнге ҡатта спорт залы, өҫтәл теннисы, китаптар бар. Мөмкин булғанда музыка ҡуябыҙ. Ҡыҫҡаһы, тормош дауам итә”, – ти “Колибри”. Оҙатҡанда Гөлмирә беҙгә: “Әүәлгесә булмам инде”, – тине. Мәҫәлән, элек Еңеү көнө уның өсөн ял итеү, ҡаланан ситкә сығыу, йорт мәшәҡәттәре менән шөғөлләнеү көнө булған. “Хәҙер 9 май минең өсөн изге көн. Беҙ фронтта йәшәйбеҙ, Ватанды һаҡлайбыҙ һәм атай-олатайҙарыбыҙҙың нацизмды Еңеүгә ниндәй ҡорбандар килтереп өлгәшеүен хәҙер яҡшы аңлайбыҙ. Яугирҙәребеҙ Тыуған илгә үҙҙәрен аямайынса, фиҙакәр хеҙмәт итә. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, егеттәр өсөн бик борсолабыҙ, әлбиттә. Асылыбыҙҙа – әсәлек хисе, беҙ – йорт усағын һаҡлаусылар, ирҙәребеҙҙе һәр ваҡыт яу яланынан көтөп алғанбыҙ”, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты ул. “Махсус хәрби операция тамамланғас, әүәлге эшемә әйләнеп ҡайтырмынмы-юҡмы – әйтә алмайым. Был баҫҡысты артта ҡалдырғанмындыр, моғайын. Артабан үҫергә теләйем, – ти “Колибри”. – Иң мөһим осорҙарымдың береһе – коронавирус пандемияһы. Яҡындарымды, туғандарымды юғалтҡас, тормошомдо ҡайтанан ҡарап сыҡтым. Әле – МХО. Яҙмышымда – мөһим дәүер. Тыуған яҡтарыма ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда кешеләргә ҡарайым да, уларҙың проблемаларының ни тиклем ябай һәм хәл ителерлек булыуын аңлайым. Уларға ла, балаларыма ла тормоштоң бер мәл генә икәнлеген, ошонда һәм әле йәшәүебеҙҙе төшөндөрөргә тырышам. Бына беҙ һөйләшеп ултырабыҙ, ә тышта һуғыш бара. Бер минуттан ниҙәр булырын бер кем белмәй. Шуға күрә барығыҙға ла кәңәшем йәки тәҡдимем: донъяны танып белергә, сәйәхәт итергә, аң даирәһен үҫтерергә тырышығыҙ. Ғүмер шул тиклем ҡыҫҡа, ә бит мин уны йүнләп күреп тә өлгөрмәнем. Тимәк, уйланырлыҡ нәмәләр бар. Әлегә – хеҙмәт. Ул да ошонда һәм хәҙер. Көнүҙәк мәсьәләләр иҫәбендә – бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыттар. СанПин буйынса һауыт-һаба махсус иретмәләргә һалып йыуылырға, киптерелергә тейеш. Был бик оҙаҡ. Ә бер тапҡыр ҡулланыла торған тәрилкә, сынаяҡ, ҡалаҡтар эште еңеләйтер ине. Сүп-сар өсөн ҙур һәм бәләкәй тоҡсайҙар кәрәк. Ваҡ-төйәк булһа ла, мөһим нәмә. Бәҙрәф ҡағыҙына, йыуыу сараларына, шампунь, гелдәргә ихтыяж бар. Медикаменттарға бәйле проблема юҡ. Ә бына сығым материалдары етешмәй”. Гөлмирә менән ихлас һөйләшеп ултырҙыҡ. Әлбиттә, алғы һыҙыҡтағы әңгәмә Өфөләгеһенән ҡырҡа йырыла. Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһынан юлланғанда көслө ир-егеттәр артында яугирҙәргә еңеп сығырға ярҙам итерлек шундай уҡ ҡыйыу йөрәкле, ҡаһарман ҡатын-ҡыҙҙар тороуына инандым. Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков Фото: "Башинформ" сайтынан.