Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостанда М-5 “Урал” трассаһы участкаһы ремонтланды

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә М-5 “Урал” – Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә юлының алты километры ремонтланды. Дәүләкән районының Вперед ауылы янындағы участканы норматив хәлгә килтерҙеләр, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан. Трассала асфальт яңыртыла, юл ситтәрен нығыталар һәм билдәләр ҡуялар. — Шишмә — Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә юлы Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә һәм Шишмә райондарының күп ауылдарында йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Ошо юлдан улар М-5 “Урал” федераль трассаһына сыға һәм Өфөгә барып етә ала. Шуға күрә уны норматив хәлгә килтереү һәм бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим ине, – тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Ағымдағы йыл аҙағына тиклем был юлдың дөйөм оҙонлоғо 9,4 саҡрым тәшкил иткән ике участкаһын ремонтлау күҙаллана. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.