Ылаҡ (22.12 – 20.01) Был арала әүҙемлегегеҙ мотлаҡ артыр. Тик ҡай саҡ көсөгөҙҙө дөрөҫ баһаламауығыҙ ҙа ихтимал. Бәғзеләр хатта бер юлы бер нисә эшкә тотонор. Шуға күрә аҙна йомғаҡтары уйлағандан күпкә кәмерәк булыуы бар.
Һыуғояр (21.01 – 19.02) Йондоҙҙар сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға ҡуша. Шишәмбелә аҡсағыҙҙы кәрәкмәгән нәмәгә түгеүегеҙ мөмкин. Кесе йомала төрлө бәхәстән ары тороғоҙ. Унда ҡатнашыу һеҙгә файҙа бирмәҫ. Балыҡ (20.02 – 20.03) Төп эшегеҙҙә кире хәлдәргә осрарһығыҙ һымаҡ. Бәғзеләрҙең тиктомалға шелтә алыуы ла ихтимал. Үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ, алдан төҙөгән план буйынса эш итеүегеҙ хәйерле. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай күренештәр асыҡ беленер. Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Өмөтлө танышлыҡтар булдырыуығыҙ бик мөмкин. Кемдер маҡтау һүҙҙәрен дә ишетер, бәлки. Кесе йомала ишеткән хәбәр күңелегеҙҙе тағы ла күтәрер. Буға (21.04 – 21.05) Мөһим эштәрегеҙҙе ваҡытлыса кисектереп тороуығыҙ хәйерле. Юғиһә ҡай саҡ уларҙың һеҙ уйламағанса тамамланыуы бар. Был а