Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән берлектәге кәңәшмәлә ҡатнашты. Кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләрҙең береһе – Башҡортостан Республикаһында граждандар оборонаһын һаҡлау ҡоролмалары мәсьәләһе. Күҙәтеү һәм иҫкәртеү сараларын ойоштороу бүлеге начальнигы Павел Сабитов үҙенең докладында янғындар тураһында һандарҙы һөйләне. 2025 йылдың 12 сентябренән 18 сентябренә тиклем 134 янғын теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған, дүрт кеше йәрәхәтләнгән. 134 янғындың 63-ө ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле сыҡҡан, 37 осраҡ – янғын электр ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә, төҙөк булмаған ҡоролма һәм мейестәрҙең һәм төтөн юлының боҙолоуы арҡаһында 13 янғын булған. Бер аҙна эсендә транспорт саралары ҡоролошо ҡағиҙәләрен боҙоу менән бәйле туғыҙ янғын теркәлгән. 2025 йыл башынан республикала 5683 янғын теркәлгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙа 148 кеше һәл