Иҫке Сибай ауыл мәҙәниәт йортонда ирекмәндәр һәм ауыл хакимиәте башлығы ҡатнашлығында ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтҡан, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы "Завгар" позывнойлы яугир менән осрашыу үтте. Осрашыу сәй табыны артында, тығыҙ бәйләнештә, аралашыу, әңгәмәләшеү форматында барҙы.
Ауыл халҡы ҡәҙерле ҡунаҡты 2 маскировкалау селтәре, күстәнәстәр биреп,хәйерле, имен юлдар теләп оҙатты. Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәргә ныҡлы һаулыҡ һәм тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.