Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә күҙәтелгән теге йә был күренеште билдәләү маҡсатында сит тел һүҙҙәрен ҡулланыу йыш осрай. Мәҡәләлә һүҙ барасаҡ “моббинг” төшөнсәһен аңлау, уның асылына төшөнөү өсөн тормоштан алынған бер хәлгә күҙ һалайыҡ. Етәксемдең ауыр холҡо үҙәгемә үтте Байтаҡ ваҡыт элек урамда бер таныш ҡатынды осраттым. Ул ҡыуанып, тормошондағы ыңғай ваҡиғалар тураһында бәйән итте: берҙән-бер улын өйләндергән, килене бер-бер артлы ике бәпәй табып һөйөндөргән. Хәҙер балалары янында күберәк булыу, йәштәргә бәпестәр менән ярҙам итеү маҡсатында элекке эшенән китеп, түбәнерәк эш хаҡлы, әммә өйөнөң эргәһендә һәм эш алымы уңайлы булған яңы урында хеҙмәт итеүе тураһында һөйләне. Ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, теге танышымды тағы тап иттем. Аптырауға ҡалып, йәне үртәлеп, яңылыҡтары менән бүлеште: яңы урында оҙаҡ эшләй алмай китергә мәжбүр булған икән. Эштән китеүенең сәбәптәре менән ҡыҙыҡһынғас, шуларҙы һөйләне: “Хеҙмәт хаҡы аҙыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, был урынға бик теләп эшкә килгәйнем. Әммә бүлек етәксеһе менән беренсе көндән үк борсаҡ бешмәне. Һытыҡ йөҙ менән был өлкәлә тәжрибәм бармы-юҡмы икәнлеген һорашты (эш стажым 25 йылдан ашыу). “Бында эшләй алырмын тип уйлайһығыҙмы?” – тип һорап ҡуйҙы. Ауыр холоҡло булып сыҡты был етәксе. Иртәнсәк килгәнендә һаулығымды ла алмай, кискеһен һаубуллашмай ҙа ултырып ҡала, һөйләшеп тә бармай. Уныһына ғына күҙ йомор инем дә, берәй нәмә ҡуша ла, “Эшләй алырмын тиһегеҙме? Ҡулығыҙҙан килмәйәсәк, һеҙгә әйткәнсе, аңлатып ваҡыт әрәм иткәнсе, үҙем генә эшләйем”, – тигән һүҙҙәр менән алдыма алып килеп һалған документтарҙы демонстратив рәүештә кире алып китә. Мин уларға тотоноп та өлгөрмәйем. Башҡарған эшемдән кәмселек эҙләп бәйләнә, бәләкәй генә хата тапһа ла: “Шуны ла белмәйһегеҙ, наҙандарҙы эшкә алғастар – шул инде”, – тип кәмһетергә лә тартынмай. Нисек эшләргә кәрәклекте аңлатмай, һораһаң, “Һеҙ үҙегеҙ белергә тейеш! Ошо аңралар башымды ҡатыра!” – тип ҡысҡыра башлай. Директор һәм уның урынбаҫары алдында ике-өс тапҡыр оятҡа ҡалдырып, барлыҡ ғәйепте минең өҫкә япһарҙы, ә бит бүлек етәксеһе булараҡ документтарҙы минән тыш ул да тикшерергә тейеш ине бит. Кабинетта икебеҙ генә ултырҙыҡ, шул тиклем ауыр мөхит хөкөм һөрә торғайны, көндәр буйына бер-беребеҙгә һүҙ ҙә ҡушмаған саҡтар булды. Минән күпкә йәш, улыма тиңдәш кешенең шулай кәмһетеүе, тауыш күтәрергә лә тартынмауы тамам үҙәккә үтте. Эшкә барғым килмәй башланы, иртәнсәк үҙемде көсләп, ауыр уйҙар менән теләкһеҙ генә хеҙмәт иткән еремә йүнәләм. Минең бындай хәл-торошомдо күргән ирем һәм улым: “Ыҙалама, үҙеңде ирекһеҙләп йөрөмә шул эшеңә. Һинең аҡсаңа ҡарап ултырған көнөбөҙ юҡ. Беҙ яҡшы хеҙмәт хаҡы алабыҙ бит”, – тигәстәр, киттем инде. Күпме эшләп бындай хәлгә беренсегә тарыуым. Быға тиклемге коллективтарымда татыулыҡ, бер-береңә ярҙамға килә белеү хөкөм һөрә торғайны”. Нимә ул моббинг? Хәҙер мәҡәләнең башында телгә алынған “моббинг” һүҙенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Моббинг – коллективтың бер ағзаһын йәберләү, ситкә ҡағыу һәм ошо юл менән уның эштән китеүенә өлгәшергә тырышыу. Һүҙҙең тамырында “mob” тигән инглиз һүҙе ята, ул “төркөм”, “өйөр” тигәнде аңлата. Моббинг – кешенең физик һәм психик һаулығы өсөн бик зыянлы күренеш, сөнки тирә-яғың күрә алмаусанлыҡ менән һуғарылған агрессив мөхиттә эшләү үҙе үк кешенең хәл-торошона кире тәьҫир итә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, моббинг ойошма, компанияларға ла зыян килтерә: хеҙмәткәрҙәр эш менән булыу, дөйөм бурысты үтәү урынына төрлө интригалар ҡороп, бер-береһе менән булыша, эштең һөҙөмтәлелеге аҫҡа тәгәрәй. Был күренеште тыуҙырған сәбәптәргә күҙ һалып үтәйек: * ҡыҫымға, йәғни моббингҡа эләккән кешенең берәй сифатына (талантына, уңышына, аҡылына, белеменә, йәшлегенә, һылыулығына һ.б.) көнләшеү; * тәжрибәле, белемле һәм уңған коллега фонында өмөтһөҙ һәм яҡшы булып күренеүҙән ҡурҡыу; * башҡаларҙы кәмһетеп, үҙеңде өҫкәрәк күтәрергә маташыу, шул рәүешле үҙ баһаңды арттырыу теләге; * үҙеңдең власыңды, көсөңдө күрһәтергә тырышыу; * коллективта юғары көнәркәшлек кимәле, шуға күрә яҡшыраҡтарҙан ҡотолорға ынтылыу; * профессионализмдың аҡһауы, коллективта әхлаҡ, әҙәп төшөнсәләренең түбән булыуы; * хеҙмәткәрҙәрҙең буш ваҡыты күп булыуы, шуның арҡылы уларҙың ошо мәлде кире маҡсатта ҡулланыуы; * моббингҡа эләккән кешенең үҙенең объектив етешһеҙлектәре: эште насар һәм яй башҡарыуы, илке-һалҡы ҡараш, даими һуңлауы, башҡаларға ярҙамға килә белмәүе һәм башҡалар. Белгестәр моббингтың ике төрөн билдәләй: вертикаль ҡыҫым – кемгәлер ҡарата баҫым яһау, агрессия ҡулланыу етәкселектән йә иһә уның урынбаҫарынан килә; горизонталь моббинг – ҡыҫымды хеҙмәт баҫҡысында бер кимәлдә торған кешеләр бер-береһенә ойоштора. Ҡайһы берҙә был ике төр моббинг бергә күҙәтелеүе лә бар: етәксе кемделер яратмай, агрессив алымдар ҡуллана башлай, ә “төркөм” уны хуплап, күтәреп ала. Йә иһә, коллектив башлай, ә етәкселек “төркөм” менән килешеп, моббингҡа ҡушыла. Нисек кенә булмаһын, күп нимә етәкселектән һәм уға ышанып тапшырылған коллективтағы мөхиттән тора. Аҡыллы хужа бындай күренешкә ҡырҡа ҡаршы булып, алдан уҡ уны булдырмау яғын күрә. Ә тупаҫ, алдан күрә белмәгән етәксе моббингты ҡеүәтләп, уны үҙ файҙаһына ҡулланырға маташа, был күренештең негатив эҙемтәләре, дөйөм эшкә ҡамасау итеүе тураһында уйлап та бирмәй. Күпселек осраҡта моббинг тоҙағына коллективҡа яңы килгән кеше эләгә. Әммә электән эшләгән, хөрмәт ҡаҙанған, тәжрибәле белгестең дә бындай хәлгә төшөүе бик ихтимал. Ҡыҫымға эләкһәң, нимә эшләргә? Коллективта бындай хәлдәргә юл ҡуйылыу етәкселектең яуаплылығында булһа ла, асылда ошо хәлгә тарыған кеше зыян күреп, һаулығын ҡаҡшата. Шуға күрә ҡыҫымға эләккән хеҙмәткәргә ошо һорауҙарға яуап биреү ҡамасау итмәҫ: “Ни өсөн мин был хәлгә тарыным?”, “Был хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн нимә эшләй алам?”, “Миңә тәртибемде, үҙ-үҙемде тотошомдо үҙгәртергә кәрәкме, әллә эш урынын алмаштырырғамы?” Әлбиттә, был һорауҙарға яуапты айыҡ аҡыл, һалҡын баш менән уйлап бирергә кәрәк, хәл-ваҡиғаға ситтән, бер ни тиклем тәнҡит күҙлегенән дә ҡарау зарур. Моббингты еңеүҙең бер нисә юлына ла туҡталып үтәйек: - әгәр моббингтың сәбәбе кешенең үҙенең объектив етешһеҙлегенә бәйле булһа, ыңғай яҡҡа үҙгәрергә тырышыу, профессиональ үҫеш; - агрессияға реакция яһамау, шундай уҡ юҫыҡта яуап бирмәҫкә тырышыу. Йәберләнеүсенең бер ниндәй ҙә яуабы булмаһа, тиҙҙән ҡыҫырыҡларға маташҡан кешеләр был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныуын юғалтасаҡ. Бер ни тиклем сабырлыҡ һәм итәғәтлелек менән был хәлде еңеп сығып мөмкин; - алтын урталыҡ һаҡлаған коллегалар менән аралашыу, кәрәк саҡта уларҙан ярҙам һорау; - хәл түҙерлек булмай башлаһа, эштән китеү. Бәлки, кемдер өсөн был еңелеү һымаҡ ҡабул ителер, әммә был осраҡта һаулығығыҙҙы ҡаҡшатып, кемгәлер нимәлер иҫбат итергә тырышыу шул тиклем мөһимме? Үлсәмгә һалынған “кемделер еңеү” һәм “һаулыҡ” төшөнсәләренең ҡайһыһы ҡиммәтерәк? Моббинг менән аҡыллы хужа етәкләгән татыу коллектив – бер-береһенә ҡаршы торған төшөнсәләр ул. Һүҙемде олуғ шағирыбыҙ Мостай Кәримдең һүҙҙәре менән тамамлағым килә: Таланттарға донъя тар түгел ул, Улар – татыу, күркәм тамаша. Киң донъяға һыя алмайынса, Талантһыҙҙар ғына талаша. Эш урынығыҙҙа татыулыҡ, бер-берегеҙгә тик ихтирамлы ҡараш насип булһын! Ғәлиә СӘЛИХОВА, юғары категориялы психолог. Нәсих Хәлисов фотоэтюды.