Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

БЮТ икенсегә «Әсәй» хәйриә сараһын үткәрә

21 сентябрҙә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында илде һаҡлаусыларҙы – МХО яугирҙәрен тәрбиәләгән әсәләргә арналған икенсе хәйриә сараһы үтә. Сәхнәнән әсәләр, Тыуған илгә һөйөү тураһында шиғырҙар яңғырай. Концертта Мәликә Разакова (Мәскәү), Миңлеғәле Дәүләтбаев (Мәскәү), Лилиә Бүкәева, Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев, Зәйнетдин, Рәдиф Зарипов, Дияна Ишниязова, Айгөл Һағынбаева, Римма Амангилдина, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Иҙрис Кәлимуллин, Марсель Ҡотоев, Илһам Вәлиев, «Ант» төркөмө, Әлфиә Юлсурина, Гөлсөм Бикбулатова, Илнур Лоҡманов Һәм башҡа артистар ҡатнаша. Башҡортостан юлдаш телеканалының «Әсәй» проектының премьераһы 2024 йылдың апрелендә үтте. Әлеге ваҡытта программаның 100-гә яҡын сығарылышы төшөрөлгән һәм эфирға сығарылған. Тапшырыу геройҙары – Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарында йәшәгән, улдары Ватанды һаҡлаусылар юлын һайлаған әсәләр. Беренсе сара быйыл яҙ М. Ғафури исемендәге БДАДТ-та булды. Тамашаға билет һатыуҙан килгән аҡса МХО яугирҙәренә ярҙамға тотоноласаҡ. Фото: БЮТ.