Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Күп балалы ғаиләләр өсөн ғаилә ипотекаһы буйынса ставканы төшөрөүҙәре мөмкин

Күп балалы ғаиләләр өсөн ғаилә ипотекаһы буйынса ставканы төшөрөүҙәре мөмкин Рәсәйҙең Финанс министрлығы күп балалы ғаиләләр өсөн ғаилә ипотекаһы буйынса ставканы түбәнәйтергә тәҡдим итә. Был хаҡта илдең финанс министры урынбаҫары Иван Чебесков хәбәр итә. Бөгөн ғаилә ипотекаһы буйынса төп ставка - 6%. Бынан алдараҡ Рәсәй президенты алты йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр өсөн ставканы һаҡлап ҡалыу тураһында әйткәйне. Финанс министрлығының яңыртылған программалар параметрҙарын әҙерләү буйынса эшсе төркөмөнән башланғыс авторҙары ғаиләлә икенсе бала тыуған осраҡта ставканы 5% тиклем, әгәр өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнһә, 4% тиклем кәметергә тигән тәҡдим индерҙе. Льгота программа буйынса яңы займдарға ғына ҡағыла, төп шарт – ғаилә ҙурыраҡ майҙанлы торлаҡ һатып алырға тейеш.

Күп балалы ғаиләләр өсөн ғаилә ипотекаһы буйынса ставканы төшөрөүҙәре мөмкин

Рәсәйҙең Финанс министрлығы күп балалы ғаиләләр өсөн ғаилә ипотекаһы буйынса ставканы түбәнәйтергә тәҡдим итә. Был хаҡта илдең финанс министры урынбаҫары Иван Чебесков хәбәр итә.

Бөгөн ғаилә ипотекаһы буйынса төп ставка - 6%. Бынан алдараҡ Рәсәй президенты алты йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр өсөн ставканы һаҡлап ҡалыу тураһында әйткәйне. Финанс министрлығының яңыртылған программалар параметрҙарын әҙерләү буйынса эшсе төркөмөнән башланғыс авторҙары ғаиләлә икенсе бала тыуған осраҡта ставканы 5% тиклем, әгәр өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнһә, 4% тиклем кәметергә тигән тәҡдим индерҙе. Льгота программа буйынса яңы займдарға ғына ҡағыла, төп шарт – ғаилә ҙурыраҡ майҙанлы торлаҡ һатып алырға тейеш.