42 йәшлек ханым 2024 йылдың 15 майынан Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, МХО биләмеһенә юлланған. Тәүҙә ул Пилотһыҙ осоу аппараттары часында блиндаждарҙа, һуңынан Донецк һәм Луганск госпиталдәрендә яралыларҙы дауалай. Ошо осорҙа фиҙакәрлеге өсөн дәүләт наградаларына лайыҡ була: «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «МХО-ла ҡатнашҡан өсөн», «Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалдары уның күкрәген биҙәй. Айгөл Фәрид ҡыҙы - МХО-ла аяҡ һәм ҡул яраларынан һуңғы нейропатиялар менән шөғөлләнгән берҙән-бер табип. “Донецк Халыҡ Республикаһында еңелсә яраланғандар өсөн дауаханала үҙемдең экспресс-реабилитация бүлмәһен ойошторҙом, унда, реабилитация табибы булараҡ, һалдаттарҙы экспандерҙар һәм аппликаторҙар ярҙамында аяҡ-ҡулдар йөрөшөн яҡшыртырға өйрәтәм. 2022 йылдан Башҡортостандан МХО биләмәһенә гуманитар кәрәк-яраҡтар килтереү менән әүҙем шөғөлләнәм. Бындағы хәлдәр, башымдан кискәндәр хаҡында "Үҙ күҙҙәрем менән" тигән китап яҙам. Тыуған яҡтарыма ҡайтҡас, реабилитация һә