▶️ Студия ҡунағы – даими эксперт, иҡтисад фәндәре кандидаты Гүзәлиә Ғәлимова. "Башкиравтодор"...Республика юлдарын төҙөүсе лә, ремонтлаусы ла, тәртиптә тотоусы ла төп предприятие ул. Шуға ла, уның халыҡ теленән бер ҙә төшкәне юҡ. Эйе, күберәк әрләп иҫкә алалар, әлбиттә. Ни тиһәң дә, юлдар торошо Рәсәйҙә бит төп бәләләрҙең береһе. Әммә, быйылғы йыл юлсыларҙы туплаған был ойошма күберәк иҡтисадсылар, юристар һәм журналистар теленән ишетелде булһа кәрәк. Сәбәбе – предприятиеның бөлгөнлөк хәленә төшөүе менән бәйле ине. Арбитраж суд күҙәтеү процедураһын индереп банкрот иғлан итеп ҡуйғас, бер аҙ тынлыҡ урынлашты, тик коллективта түгел, сөнки 4 меңгә яҡын кеше өсөн был "һеҙ эшһеҙ ҡалдығыҙ" тигән мәғәнәгә эйә ине. Юлсылар өсөн иң ҡыҙыу эш мәлендә был хәбәр аяҙ күктәге йәшен булып яңғыраны. Ағымдағы аҙнала "Башкиравтодор" йәнә киң мәғлүмәт сараларында әүҙем телгә алына. Дүшәмбеләге кәңәшмәлә Республика башлығы предприятиелағы хәлдәргә бәйле үҙ аңлатмаһын биреп күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы тиһәң дә яҙыҡ
Иҡтисади Башҡортостан - 18.09.2025 "Башкиравтодор"ҙы ниндәй юлдар көтә?
18 сентября 202518 сен 2025
2 мин