Белеүебеҙсә, бик борондан башҡорттарҙа торна культы йәшәп килә. Халҡыбыҙҙың тәүтормош ышаныуҙарында торна тотем ҡошо, табыныу объекты булған. Шулай уҡ, ғалимдарҙың билдәләүенсә, ул беҙҙең мифология буйынса ҡанбаба, ҡурсалаусы, изге ҡош булараҡ тасуирлана. Ә бына саха халҡының ырымы буйынса, бөгөн дә кем аҡ торна бейеүен күрә, шул бөйөк уңышҡа, йәғни мәңгелек бер көскә өлгәшәсәк. Тимәк, уны әруахтар һайлаған, уның теләктәре тормошҡа ашасаҡ, ә үҙенә юғары көстәрҙән берәй билдә йә иҫкәрмә биреләсәк. Кисә баш ҡалабыҙҙың “Родина” кинотеатрында “Аҡ торналар бейегән ерҙә” яҡут нәфис фильмының башҡорт телендәге дубляжда ябыҡ күрһәтеү сараһы үтте. Халыҡ назарына иһә тулы прокатта 18 сентябрҙән сығасаҡ. Ябай ҙа, әммә тәрән мәғәнә һалынған был фильм ике республика араһындағы креатив иҡтисадты үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү сиктәрендә мөмкин булды. Документҡа республика етәкселәре Радий Хәбиров һәм Айсен Николаев ҡул ҡуйҙы. – Килешеү мәҙәниәт, кино, дизайн, һанлы технологияла