Өфөлә һәм Башҡортостанда 35-се тапҡыр Халыҡ-ара Аксаков байрамы ойошторола. Быйыл унда Рәсәй, Болгария һәм Сербиянан ҡунаҡтар көтөлә. Уларҙы ғаилә, тарих һәм әҙәбиәт темаһына арналған бай программа көтә. Саралар мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында намыҫ һәм әхлаҡ темаларына бағышланған дәрестәр үткәреүҙән башлана. Йәштәр алдында билдәле яҙыусылар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһай. Төп урын, әлбиттә, – С. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы. Бында күргәҙмәләр асыу, әҙәби ҡунаҡханала “История моего деда” китабы менән таныштырыу һәм Рус диктанты алдынғыларын бүләкләү күҙаллана. Байрам Аксаков паркында дауам итә. Унда теләгән һәр кем өсөн халыҡ кәсепселәре йәрминкәләре, балалар һүрәттәре күргәҙмәһе, концерттар һәм уйын майҙансыҡтары эшләй. Байрамдың төп сараһы була торған тантаналы кисә легендар Аксаков халыҡ йортонда – хәҙерге Опера һәм балет театрында була. Байрамдың маҡсаты изге – Аксаковтар ғаиләһе мираҫы аша традицион ҡиммәттәрҙең һәм тыуған ергә һөйөүҙең көсө тураһында һөйләү. Мәғлүмә