Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

«Интер РАО» холдингы етәксеһе Сергей Дрегваль менән осрашыу

Сергей Дрегваль билдәләүенсә, Башҡортостан «Интер РАО» өсөн төп хеҙмәттәшлек итеүсе төбәктәрҙең береһе булып тора. Компанияның республикала эшләүсе электр станцияларының дөйөм ҡеүәте 4,5 ГВт тәшкил итә. - Беҙ электр станцияларын яңыртыу программаһын әүҙем тормошҡа ашырабыҙ. 2029 йылға тиклем ҡеүәтте арттырыуҙы 100 МВт-ҡа еткерергә уйлайбыҙ. Был Башҡортостандың социаль һәм иҡтисади үҫешен ресурстар менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк, - тине«Интер РАО» компанияһының генераль директоры. Радий Хәбиров Сергей Дрегвалгә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. – «Интер РАО» менән эшебеҙ яҡшы ойошторолған. Был беҙҙең ышаныслы партнерыбыҙ, йылылыҡ ресурстары менән тәьмин итеүсебеҙ, - тине Радий Хәбиров. –Йылылыҡ электр станцияларын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. 2029 йылға тиклем инвестициялар күләме 27 миллиард һумға етәсәк – был бик етди күрһәткес. Төбәк етәксеһе предприятиеның йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, Евразия фәнни-белем биреү ү

Сергей Дрегваль билдәләүенсә, Башҡортостан «Интер РАО» өсөн төп хеҙмәттәшлек итеүсе төбәктәрҙең береһе булып тора. Компанияның республикала эшләүсе электр станцияларының дөйөм ҡеүәте 4,5 ГВт тәшкил итә. - Беҙ электр станцияларын яңыртыу программаһын әүҙем тормошҡа ашырабыҙ. 2029 йылға тиклем ҡеүәтте арттырыуҙы 100 МВт-ҡа еткерергә уйлайбыҙ. Был Башҡортостандың социаль һәм иҡтисади үҫешен ресурстар менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк, - тине«Интер РАО» компанияһының генераль директоры. Радий Хәбиров Сергей Дрегвалгә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. – «Интер РАО» менән эшебеҙ яҡшы ойошторолған. Был беҙҙең ышаныслы партнерыбыҙ, йылылыҡ ресурстары менән тәьмин итеүсебеҙ, - тине Радий Хәбиров. –Йылылыҡ электр станцияларын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. 2029 йылға тиклем инвестициялар күләме 27 миллиард һумға етәсәк – был бик етди күрһәткес. Төбәк етәксеһе предприятиеның йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, Евразия фәнни-белем биреү үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса эшен дә билдәләне. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Сергей Дрегвалгә Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы. Фотолар - Башҡортостан Башлығы сайтынан.