27 сентябрҙә Икенсе Этҡол ауылында танылған педагог, билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм яҙыусы Азамат Тажетдинов исемендәге ижади конкурсты йомғаҡлау тантанаһы үтә. Быйыл ижади бәйгелә төрлө быуын вәкилдәре "Проза", "Поэзия", "Сәсәндәр ярышы" жанрҙарында үҙ көстәрен һынаны. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ижадсылар үҙ эштәрен тәҡдим итте. Конкурсҡа йомғаҡ яһау тантанаһы быйыл "Урал батыр" эпосы янында ойошторолоуы менән әһәмиәтле. Һүрәттә: быйыл 8 июндә тап ошо урында үткәрелгән саранан күренештәр.
27 сентябрҙә Икенсе Этҡол ауылында танылған педагог, билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм яҙыусы Азамат Тажетдинов исемендәге ижади конкурсты
17 сентября 202517 сен 2025
~1 мин