Студенттар Башҡортостан Башлығы Кубогы өсөн ярышты 17 сентябрҙә Рәсәй Геройы М.В. Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында Башҡортостандың һигеҙ төп вузы студенттары йыйылды. Ҡаршылыҡлы йүгереүҙә бөтәһе 300 кеше ҡатнашты. - Бындай саралар йәштәрҙең физик яҡтан нығыныу, юғары уҡыу йорттарында физкультура һәм спорт хәрәкәтен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Студентар ваҡытын яҡшы үткәргәндер һәм яңы таныштар тапҡандыр тип ышанам, - тип билдәләне Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров. - Студенттарҙы ошондай сараларға саҡырыуҙарына бик шатмын, сөнки был беҙҙе берләштерә, - ти Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Данила Артемьев. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте, Мәғариф, Спорт министрлыҡтары. Ярыш һөҙөмтәләре октябрь башында студенттар үҙидараһы лидерҙары мәктәбендә белдереләсәк. Фото: Евгений Буров.
Студенттар Башҡортостан Башлығы Кубогы өсөн ярышты
17 сентября 202517 сен 2025
~1 мин