Найти в Дзене
Башкортостан 24

Өфө уттары - 02.09.2025 Моң илсеһе Иҙрис Ғәзиевтың тормош фәлсәфәһе

▶️ "Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға. "Иҫке өй" , "Күҙ нурым" , "Ашығамын" һәм башҡа һәм башҡа йөҙләгән эстрада йырҙарын һоҡланғыс оҫта һәм моңло башҡарыусы данлы йырсыбыҙ Иҙрис Ғәзиевтың тауышы йөрәктәргә үтеп инә. Республикабыҙ һәм унан ситтә, йыраҡ илдәрҙә лә исеме билдәле булған артисттың талантына ғашиҡ булмауы мөмкин түгелдер. Уның иҫ киткес матур, бәрхәт, моңло тауышы ғына түгел, репертуар киңлеге, жанрҙар байлығы, башҡарыу оҫталығы хайран ҡалдыра. Иҙрис Ғәзиев исемле артисты беҙ күпселектә эстрада йырсыһы тип белһәк тә, тәү сиратта ул – халыҡ йырҙарын башҡарыусы Артист. Музыкаль ғаиләлә тәрбиәләнеүе лә, мәҙәни мөхиттә үҫеүе лә, юғары профессиональ педагогтарҙа белем алыуы ла – барыһы ла уның сәнғәт юлында оҙаҡ йылдар йондоҙ булып балҡыуына йоғонто яһағандыр. Уның менән аралашыуы ла – үҙе бер рәхәтлек, үҙе бер тормош дәресе. Тәрән мәғәнәле, фәлсәфәүи ҡарашлы шәхес, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанғ

▶️ "Өфө уттары" тапшырыуы көн һайын, дүшәмбенән йомаға тиклем, 20 сәғәт 10 минутта эфирға сыға.

   Өфө уттары - 02.09.2025 Моң илсеһе Иҙрис Ғәзиевтың тормош фәлсәфәһе
Өфө уттары - 02.09.2025 Моң илсеһе Иҙрис Ғәзиевтың тормош фәлсәфәһе

"Иҫке өй" , "Күҙ нурым" , "Ашығамын" һәм башҡа һәм башҡа йөҙләгән эстрада йырҙарын һоҡланғыс оҫта һәм моңло башҡарыусы данлы йырсыбыҙ Иҙрис Ғәзиевтың тауышы йөрәктәргә үтеп инә.

Республикабыҙ һәм унан ситтә, йыраҡ илдәрҙә лә исеме билдәле булған артисттың талантына ғашиҡ булмауы мөмкин түгелдер. Уның иҫ киткес матур, бәрхәт, моңло тауышы ғына түгел, репертуар киңлеге, жанрҙар байлығы, башҡарыу оҫталығы хайран ҡалдыра. Иҙрис Ғәзиев исемле артисты беҙ күпселектә эстрада йырсыһы тип белһәк тә, тәү сиратта ул – халыҡ йырҙарын башҡарыусы Артист. Музыкаль ғаиләлә тәрбиәләнеүе лә, мәҙәни мөхиттә үҫеүе лә, юғары профессиональ педагогтарҙа белем алыуы ла – барыһы ла уның сәнғәт юлында оҙаҡ йылдар йондоҙ булып балҡыуына йоғонто яһағандыр. Уның менән аралашыуы ла – үҙе бер рәхәтлек, үҙе бер тормош дәресе.

Тәрән мәғәнәле, фәлсәфәүи ҡарашлы шәхес, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Дуҫлыҡ ордены эйәһе, сәнғәт фәндәре кандидаты, профессор Иҙрис Ғәзиев менән беҙ “Өфө уттары” тапшырыуында 2-се сентябрь кисендә әңгәмәләштек.

▶️ Смотрите видео

--------------------------

Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене!

Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».