Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриотик паркында "ГеоҺынау" тип аталған халыҡ-ара геология чемпионты тантаналы шарттарҙа ябылды. Әйткәндәй, сит илдәрҙән килгән егет һәм ҡыҙҙарҙың Башҡортостандан тыуған илдәренә бер ҙә ҡайтҡылары килмәй. Ысынлап та, сит ил йәштәре Башҡортостанға ғашиҡ булған, ошо көндәрҙә алған бай тәьҫораттары менән һәр береһе ихлас бүлеште. Мәҫәлән, Эфиопиянан гидрогеолог Эмнет Дередже һөйләүенсә, "ГеоҺынау" ярышына рәттән икенсе йыл килә. Уға бигерәк тә республикабыҙҙағы мәҙәниәттәр һәм ғөрөф-ғәҙәттәр оҡшаған. – Ирекмәндәр менән яҡын дуҫҡа әйләндем, уларҙың беҙгә ҡарата яҡшы һәм йылы мөнәсәбәте һоҡландыра, – ти Эмнет Дередже. – Учалы районына экскурсияға барҙыҡ, ундағы мажаралы сәйәхәтте һөйләп аңлата алмаҫлыҡ. Хозур тәбиғәт, кешеләрҙең алсаҡлығы һәм ихласлығы, телде йоторлоҡ тәмле әҙерләнгән башҡорт аш-һыуы һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Сәксәк ашап туйғыһыҙ икән, бик татлы, үҙемдең илемә ҡайтҡас, уны туғандарыма бешереп ауыҙ иттерәсәкмен.